Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май , 21:00

"Бер үк хаталана күрмә”, тигәйне лә өләсәһе...

- Ниңә шулай яратмай икән мине ауылдаштарым?..

"Бер үк хаталана күрмә”, тигәйне лә өләсәһе...
"Бер үк хаталана күрмә”, тигәйне лә өләсәһе...

Һуңғы ваҡытта Нурисламдың кәйефе бөтөнләй юҡ. Бына бөгөн дә таң менән йәненә тейеүселәр табылды. “Рәхәт кенә йәшәйһең һин! Ғаиләң менән йә диңгеҙ, йә күл-йылға буйына барып ял итеп киләһегеҙ. Еңел генә аҡса эшләйһегеҙ ҙә...” – тине йәнә күршеһе Марат. “Әйтеүе генә анһат шул”, – тине лә Нурислам баҡсаһына ҡарай йүнәлде...

Ул яҙмышы ошолай булыр тип һис уйламай ине. Тик ҡайсаҡ тормоштағы берәй көтөлмәгән хәл ғүмер юлын бөтөнләй икенсе һуҡмаҡҡа бороп ебәреүсән. Нурисламдың да яҙмышында ошондай хәл булды. Барыһы ла бынан туғыҙ йыл тирәһе элек башланғайны. Әрме хеҙмәтендә Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан егетте тыуған яғында ҡыуаныслы хәбәр көтмәй ине: үҙен бағып үҫтергән берҙән-бер яҡын кешеһе – өләсәһе яҡты донъя менән хушлашҡайны. Нурисламға ҡәҙерлеһенең иҫке йорто менән ер участкаһы ҡалғайны. Башта баҙап ҡалды егет. Шулай ҙа үҙен ҡулға алып, йәй буйы йорт-ихатаны ипкә килтерҙе, эргәләге бер фирмаға һаҡсы булып эшкә урынлашты. Көҙгә ҡарай иһә өләсәһенән мираҫ булып ҡалған ергә теплица эшләп ҡуйҙы. Тырыш егет бының менән генә туҡтап ҡалманы, тәүгеһе эргәһенә йәнә бер нисә теплица ҡуйҙы, һуңғараҡ эргәлә буш ятҡан ике ер участкаһын һатып алды...

Ғәзиз өләсәһе ейәнен ер ҡәҙерен белергә, эшләргә өйрәткәйне шул. “Тыуған ереңдән айырылма, улым! Яҙмышың – үҙеңдең ҡулыңда, бер үк хаталана күрмә! Атай-әсәйең дә тырыш, егәрле ине, тик ғүмерҙәре генә ҡыҫҡа булды. Улар исеменә тап төшөрмә, Нурислам! Бирешмә, матур йәшәргә ынтыл”, – тигәйне 11-се класты тамамлаған көндә. Ошо һүҙҙәрҙе онотманы егет, улар уның өсөн йәшәү рәүешенә әүерелде. Нурисламға ғашиҡ ҡыҙҙар ҙа аҙ булманы. Хәйер, кем уңғанды үҙ итмәҫ?! Оҙаҡламай бына тигән ғаилә лә ҡороп ебәрҙе ул.

Хәҙер Нурисламдың милкендә – яҡынса 30 сутый ер. Көҙ, ҡыш – һуған, яҙ, йәй ҡыяр сәсеп һата. Башта барлыҡ эштәр менән дә үҙе генә шөғөлләнһә, хәҙер миҙгеленә ҡарап кешеләрҙе эшкә йәлеп итә, яҡшы хеҙмәт хаҡы түләй. Насар йәшәмәй Нурислам. Кәләше Зәйнәп тә бына тигән! Иренә ярҙам итергә генә тора, эштән дә ситләшмәй. Тик бына шуныһы ғәжәп: эргә-тирәләгеләрҙең иргә ҡарата мөнәсәбәте генә насарайғандан-насарая. Күптәр уны аҫтыртын рәүештә яратмай һөйләй. Бер мәл хатта дуҫы ла юҡтан яла яҡты, аҡсаны еңел генә көрәп алыуҙа ғәйепләне. "Ниңә шулай икән ауылдаштарым?" - тип күңеле әрней ирҙең. “Иғтибар итмәйем”, – тип ҡарай ҙа, тик барыбер кәйефе төшә, ҡанаты һынғандай...

Фото: photographers.ua

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в