Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2022, 10:00

Өләсәйемде күмергә аҡсам юҡ...

Стәрлетамаҡтан 22 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә 

Өләсәйемде күмергә аҡсам юҡ...
Өләсәйемде күмергә аҡсам юҡ...

2 миллион һумдан ашыу аҡса эшләй ул ошо енәйәт юлы менән. 67 ир-ат уның ҡорбаны була.


Әлбиттә, бер ниндәй ҙә өләсәй булмай, мутлашыусы башта ир-егеттәр менән интернетта таныша, әүрәтә һәм бер аҙҙан һуң ҡапыл ғына “ҡайғылы хәбәрен” еткерә, бурысҡа аҡса һорай. Хатта “үлем хәлендәге өләсәһе янында ултырған” фотоһын да ебәрә әле ҡорбандарына. Был хәл 2019 йылдың октябренән 2021 йылдың апреленә тиклем дауам итә. Ғөмүмән, ул Силәбе, Сорғот, Норильск, Сочи ҡалалары, Ырымбур, Мәскәү, Кемеров, Ленинград, Ростов өлкәләре һәм тағы әллә нисәмә төбәктә йәшәүсе кешеләрҙе “төп башына” ултырта. Ҡазан да йәшәүсе 28 йәшлек ир барыһын да уҙҙырып ебәрә һәм уның картаһына 417 мең һум аҡса күсерә.
Әммә... һәр ҡырын эш тә ҡырҡ йылдан һуң беленә тигәндәй, полицийскийҙар күптән түгел уның эҙенә төшә һәм енәйәтсене ҡулға ала, 1 250 мең һум аҡса тартып алына.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: