Яңауыл районында 34 йәшлек Гөлнара Бәҙретдинова юғалған. Ул киске сәғәт 7-лә магазинға тип кенә өйөнән сығып киткән һәм әлегә тиклем ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Ошо хаҡта “Янаульские зори” гәзите сайтында мәғлүмәт баҫылды.
Ҡатын йәшел плащ, ҡара кофта һәм күк төҫтәге джинса кейгән булған. Үҙе менән паспортын һәм “IPhone 6” телефонын алған.
Билдәләре: буйы 168 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, бөҙрәләнеп торған ҡыҫҡа сәстәр, һул яҡтан сикәһендә миңе, үт ҡыуығына операциянан ҡалған яра эҙе бар.
Ҡатын тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белһәгеҙ, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Яңауыл районы бүлегенең дежур часына 5-49-71 йәки 02, 112 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: социаль селтәрҙән.