Йәмғиәт
12 Май 2022, 17:30

Санкция баҫымы артһа ла...

“Рәсәй таянысы” президенты Александр Калинин иртәгә йыйылма-һайлау конференцияһында ҡатнашасаҡ.

Санкция баҫымы артһа ла...Санкция баҫымы артһа ла...
Санкция баҫымы артһа ла...

12 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй таянысы” бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ижтимағи ойошмаһы президенты Александр Калинин менән осрашты. Яҡтар санкция баҫымы шарттарында бизнес үҫеше һәм мотлаҡ ярҙам саралары мәсьәләләре хаҡында һөйләште. Осрашыуҙа шулай уҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, “Рәсәй таянысы”ның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева ҡатнашты.

- Үткән осрашыуҙан һуңғы ваҡытта эшҡыуарҙар берҙәмлегендә ыңғай тенденциялар күҙәтелде, - тине Радий Хәбиров. – Төп күрһәткестәрҙең береһе – былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанының дүрт процентҡа артыуы. Санкция баҫымы артҡан һуңғы айҙарҙа ла ошо ыңғай күренеште күҙәтәбеҙ. Был - кешеләрҙең бизнес менән шөғөлләнергә теләүе, дәүләт ярҙамы. Шул иҫәптән “Рәсәй таянысы” ла булышлыҡ итә. Республика кимәлендәге ярҙам саралары ла дөйөм эшкә ҙур өлөш индерә – улар күп төрлө һәм үҙенсәлекле.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров административ баҫым индексы буйынса Башҡортостандың илдә - туғыҙынсы, төбәктәрҙәге инвестиция мөхите милли рейтингында бишенсе урынды биләүе хаҡында әйтте.

Александр Калинин Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәрелгән “Бизнес – дәүләт таянысы” тип аталған "түңәрәк өҫтәл"ендә һөйләшелгән бизнес берҙәмлеге тәҡдимдәре тураһында әйтте. “Рәсәй таянысы” президенты юғары баһа бирҙе һәм бындай үҙәктәрҙе илдең башҡа ҙур ҡалаларында асыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

"Башҡортостан инвестициялар үҫеше буйынса биш төбәк рәтендә. Радий Фәрит улы, Андрей Геннадьевич командаһы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә. Яңы етештереү урындары барлыҡҡа килә, предприятиелар ойошторола. Быны күргән башҡалар: “Бәлки, мин дә атҡара алырмын?" тип дәртләнә, - тип һөйләне А.С. Калинин. – Бына шулай ышаныс тыуа. Мәҫәлән, бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгенән юлды башланыҡ. Ә ул юҡ ине бит. Күҙ алдында ярты йыл эсендә тиерлек барлыҡҡа килде. Республикала өс йыл булманым, әле килгәс, яңы ҡунаҡханаларҙы күрҙем, тағы яңы производство менән танышасаҡмын. Әгәр кешеләр Тыуған иленә ышана икән, ошонда һәм хәҙер инвестиция һалырға тейеш. Ойоштороу һәм аҙаҡ ғорурланыу өсөн. Проектын тиҙерәк тормошҡа ашырырға теләгәндәр хакимиәт башлығы урынбаҫарына – бизнес-шерифҡа туранан-тура килә ала, был да – Башҡортостандың шәп проекты".

Андрей Назаров республикалағы дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләне: "Бөгөн 55 миллиард һум күләмендәге 150 сара санкция баҫымы осоронда бизнес үҫешенә йүнәлтелгән, урта бизнесҡа бер миллиард һум ғына түгел. Тармаҡҡа ярҙам принцибы файҙаланылған, шуға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ бер юлы, мәҫәлән, ауыл хужалығы һәм еңел сәнәғәт буйынса ярҙамға ғариза яҙа ала. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ – киләһе йылдарҙа таяныр терәк. Уларҙан тулайым төбәк продуктын да арттырмаҡсыбыҙ. Бөгөн ул – 27 процент, яҡын йылдарҙа 30-ҙан ашасаҡ".

13 майҙа Александр Карелин “Рәсәй таянысы”ның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең йыйылма-һайлау конференцияһында ҡатнаша. Унда дүрт йыллыҡ эшкә һығымта яһаласаҡ, алдағы осорға бурыстар билдәләнәсәк.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас