Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2022, 19:00

Зәйнетдин өләсәһенең хыялын тормошҡа ашырған

76 йәшлек өләсәһе Тутыя ниндәй кисерештәре менән уртаҡлашты? 

Зәйнетдин өләсәһенең хыялын тормошҡа ашырған
Зәйнетдин өләсәһенең хыялын тормошҡа ашырған

“Өләсәйем ҡырҡ йыл элек Үтәғол ауылы эргәһендә шишмә ҡаҙып, уны олатайым менән тәрбиәләп торғандар. Шишмә аҙаҡ та ҡараулы булһын, мәңге ҡоромаһын тип гел теләй ине өләсәйем. Мин уның был хыялын һәр саҡ иҫемдә тотом һәм уны үтәргә теләнем”, – тип яҙа башҡорт эстрадаһы йондоҙо Заһир Зәйнетдинов.

Артист май байрамдарында ауылдың ир-егеттәре менән был эшкә әүҙем тотонған һәм өләсәһенең хыялын тормошҡа ашырған. Был эштә Заһирға Салауат Зәйнетдинов та ярҙам итә – улар эште бергә уйлап башҡара.

"Изге бурысым үтәлде. Был эштә Үтәғол ауылы хакимиәте башлығы һәм ауылдаштар – Илнур Фазлыев, Ғәлияс Вәлиев, Азамат Дәүләтбәков, Таһир Бирҙеғолов, Насир Ҡолсурин, Фаил Ҡолсурин, Илһам Ишемғолов ярҙам итте. Шулай уҡ беҙгә туҡланыуҙы ойошторған әсәйем Флорида Зәйнетдиноваға, ҡатыным Регина Зәйнетдиноваға рәхмәт", – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Заһир Зәйнетдинов. Ул шулай уҡ видеояҙма ҡуйған, унда өләсәһе Тутыя рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. "Ҡырҡ йыл буйы йөрөткән хыялымды тормошҡа ашырған улым Заһирға, ауылдаштарыма, яҡындарыма оло рәхмәтем белдерәм. Алдағы көндәрендә лә шулай тәбиғәткә һаҡсыл ҡарап, донъяның матурлығын аңлап, һәр саҡ изгелектәр генә ҡылып, яҡшылыҡҡа ынтылып йәшәүҙәрен теләйем. Киләсәк быуынға иҫтәлек, тарих булып ҡалһын Тутыя шишмәһе", - тигән 76 йәшлек инәй һәм йырлап та күрһәткән.

Фото: скриншот. Яҙма Заһир Зәйнетдиновтың социаль селтәрҙәге диуарынан алынды.   

Зәйнетдин өләсәһенең хыялын тормошҡа ашырған
Зәйнетдин өләсәһенең хыялын тормошҡа ашырған
Зәйнетдин өләсәһенең хыялын тормошҡа ашырған
Зәйнетдин өләсәһенең хыялын тормошҡа ашырған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: