Яңауыл районының Иҫке Ҡоҙаш ауыл биләмәһе биш ауылды берләштерә: Иҫке Ҡоҙаш, Ҡомалаҡ, Кесеҡор, Султый һәм Яңы Ҡоҙаш. Йәмғеһе 545 кеше йәшәй. Иҫке Ҡоҙаштың үҙендә мәҙәниәт йорто, китапхана, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы, ике ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсеттәр бар, сауҙа нөктәләре эшләп тора.
Йән биргәнгә йүн бирә
Илгизәр Шакирйәнов 2003 йылдан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Ике тиҫтә йылға яҡын эшләү осоронда ауыл халҡының йәшәйешен, тын алышын тойоп, аныҡ маҡсаттар билдәләп, берҙәмлек менән ҙур эштәр башҡарыу мөмкинлеген белеп бөткән Илгизәр Хатип улы.
Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн күпселек ауылдарҙа халыҡтың кәмеүе, айырыуса йәш ғаиләләрҙең район үҙәктәренә, ҡалаларға күпләп күсеп китеүе күҙәтелә. Был мәсьәлә Иҫке Ҡоҙашҡа ла ҡағылмай ҡалмаған: нисек кенә үкенесле булмаһын, кеше һаны кәмей. Бөгөн биш ауылдың береһендә лә мәктәп юҡ, Иҫке Ҡоҙаштағы белем усағы 2014 йылда ябылған. Шулай ҙа был хәл ауылда балалар бөтөнләй юҡ тигәнде аңлатмай, уларҙы автобус менән Ҡарман мәктәбенә йөрөтөп уҡыу ойошторолған. Ә тыуған төйәгенә тоғро ҡалғандар матур итеп йәшәй белә: урамдар төҙөк һәм ҡараулы, яңы йорттар ҙа ҡалҡа. “Беҙҙә халыҡ егәрле һәм берҙәм”, – ти хакимиәт башлығы.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, 2017 йылда Иҫке Ҡоҙашта спорт-тренажер залы асыуға өлгәшкәндәр. Киләһе йылында ла башланғысҡа әүҙем ҡушылып, Ҡомалаҡ ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына капиталь ремонт эшләгәндәр. Артабанғы йылдарҙа инде Иҫке Ҡоҙашта һәм Кесеҡорҙа зыяраттар евроштакетник менән кәртәләп алынған. Был изге башланғысҡа бөтә ауыл дәррәү ҡушылған. Төбәктә үҙ эшен асып, уңышлы алып барған эшҡыуарҙар Алмаз Фәтхуллиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы, “Химпром”, “ИТС-Агро” йәмғиәттәре, Ахунйән Хәтмуллин (мәрхүм – авт.) бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән.
Әйткәндәй, был төбәк халҡына берҙәмлек менән бер рәттән йүнселлек тә хас. Үрҙә телгә алып үтелгән “Химпром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1995 йылдан эшләп килә. Атаһы башлаған эште бөгөн Айҙар Радик улы Сөләймәнов уңышлы дауам итә. Был йәмғиәт төрлө предприятиеларҙың эшселәре өсөн һигеҙ төрлө һаҡлағыс крем етештерә. Фәтхуллиндарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы ла тотороҡло үҫешә. Эшһөйәр ғаилә игенселек тармағына етди иғтибар бүлә. Бөгөн уларҙың тәжрибәһен райондан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә килеп өйрәнәләр.
Дүрт тиҫтә йыл – һаулыҡ һағында
Иҫке Ҡоҙаш фельдшер-акушерлыҡ пункты мәҙәниәт йорто, китапхана менән бер комплексты тәшкил иткән иркен, яҡты бинала урынлашҡан. Фельдшер Мөнирә Мөрсәлимова 1983 йылдан ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында тора. Бөрө медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса эшкә килгән Мөнирә Мәҙәни ҡыҙы дүрт тиҫтә йылға яҡын ваҡыт эсендә халыҡтың ҙур ихтирамын һәм хөрмәтен яулаған.
– Минең яуаплылыҡта булған Иҫке Ҡоҙаш ауылында 317 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 21-е – төрлө төркөм инвалиды. Үҙ эшемдә сирҙәрҙе иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүләм, шулай уҡ 65 йәштән өлкән йәштәгеләргә, буласаҡ әсәләргә, сабыйҙарға әүҙем патронаж алып барам. Өлкән йәштәгеләрҙең өйҙәренә йөрөп, хәл-әхүәлдәрен белешәм. Тәүлектең ҡайһы ваҡытында мөрәжәғәт итһәләр ҙә, баш тартмайым, сөнки был – минең һөнәри бурысым. Эшемде шул тиклем яратып башҡарам, шуға күрәлер ҙә һәр ваҡыт ауылдаштарҙың ихтирамын тоям, – ти Мөнирә Мәҙәни ҡыҙы.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған: бүлмәләр иркен, медицина ҡорамалдары етерлек. Заманса шарттар, интернет селтәре Яңауыл үҙәк район дауаханаһы табиптары менән бәйләнештә эшләү, уларҙан консультация алыу мөмкинлеге бирә.
39 йыл элек йәш белгес булараҡ Иҫке Ҡоҙашҡа килгән Борай ҡыҙы был бәрәкәтле ергә күптән ныҡлы ереккән. Ошо ауыл егетенә тормошҡа сығып, ике бала үҫтергәндәр. Мөнирә Мөрсәлимованың фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Почет грамоталары менән билдәләнгән.
Китапхана – йәнле усаҡ
Ауыл китапханаһында беҙҙе мөләйем йөҙлө хеҙмәткәр Лидия Шакирйәнова ҡаршы алды. Һөнәре буйынса уҡытыусы булған ханым, 2014 йылда мәктәп ябылғас, китапхана эшен үҙ иңенә ала. Лидия Радик ҡыҙы бер үк ваҡытта ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын да етәкләй.
– Ауыл хакимиәте, клуб хеҙмәткәрҙәре менән бер төптән эшләйбеҙ, ауылдаштарҙың тормошон йәмләп төрлө саралар ойошторабыҙ, айырыуса боронғо йолаларҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр, атай-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар ҡатнашлығында Шәжәрә байрамы үткәрҙек. “Халыҡ ижады – мәңгелек хазина” тигән сара барышында парлы мендәр эшләү йолаһын күрһәттек. Элек беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр ҡыҙҙарҙы кейәүгә биргәндә, тормош юлдашы менән тиң-тигеҙ ғүмер кисерһен тип, мотлаҡ парлы мендәр яһаған. Бына ошондай матур йолаларыбыҙ онотолмаһын, йәштәр уларҙы белеп үҫһен, тип тырышабыҙ, – тип һөйләне Лидия Радик ҡыҙы.
Китапхана ҡарамағында “Зөбәржәт” клубы эшләп килә. Ул ауылдың ҡул эштәренә, башҡа шөғөлдәргә оҫта әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерә. Шулай уҡ Иҫке Ҡоҙашта ағинәйҙәр хәрәкәте лә үҫешкән, был эште Илүзә Диҡҡәт ҡыҙы Әхмәҙишина алып бара. Лидия Радик ҡыҙы уны һәм һәр сараның уртаһында ҡайнаған Әлфиә Билалова, Фирүсә Дуҫҡаева, Гөлнара Кәбирова, Гөлнара Сәлмәнованы маҡтап телгә алды.
Тағы ла бер матур традиция бар ауылда: төрлө һөнәр эйәләренә арналған кисәләр үткәрәләр. Мәҫәлән, уҡытыусыларға, бухгалтерҙарға арналған саралар гөрләп үткән, быйыл малсыларҙы, һауынсыларҙы йыймаҡсылар.
Лидия Радик ҡыҙы ауыл халҡының китап яратыуын да билдәләне. Ул күрше ауылдар халҡын да хеҙмәтләндерә, уларҙа күсмә саралар ойоштора. Ҡатнаш халыҡ йәшәгән төбәктә башҡорт, татар яҙыусыларының китаптарын берҙәй яратып уҡыйҙар. Дәсирә Ғарифуллина, Әнсирә Раянова, Әлфиә Билалова иң әүҙем китап уҡыусылар булып танылған, Ринат Зыязов энциклопедик хеҙмәттәргә, Башҡортостан тарихы буйынса йыйынтыҡтарға өҫтөнлөк бирә.
Ауыл ҡотон һаҡлай ололар
Иҫке Ҡоҙаш халҡының берҙәм, киң күңелле булыуын билдәләп үткәйнек. Сығыштары менән Ырымбур өлкәһенән булған Сания менән Мөһим Әбитаевтар Нефтекамала йәшәгән балаларына яҡыныраҡ булыу өсөн, 2009 йылда ошо бәрәкәтле ерҙе төйәк итеп, йорт һатып алған. Уларҙың бергә ғүмер итеүенә 62 йыл тулып уҙған. Мөһим Шәкүр улы, туғандарына ҡунаҡҡа килгән Сания апайҙы бер күреүҙән оҡшатып, киске уйындан һуң кәләшлеккә алған урлап. Дуҫлашып йөрөмәйенсә өйләнешһәләр ҙә, һоҡланғыс ғүмер кисергән матур пар улар. Бына тигән өс ул үҫтергәндәр. Үкенескә ҡаршы, Илдарының ғүмере генә йәшләй өҙөлгән. Эльмир менән Мөнир бөгөн ата-әсәһенә терәк-таяныс булып йәшәй, һәр йәһәттән ярҙам итә. Нәҫел ебенең дауамы булып ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре үҫә.
Әбитаевтар оҙаҡ йылдар Ташкент ҡалаһында йәшәгән. Ғаилә башлығы тракторсы, автокрансы, бригадир булып эшләгән, Сания Миңлебай ҡыҙы “Гидропроект” институтында лаборант, өлкән лаборант булған. Уларҙан татыу йәшәүҙең серен дә һораштыҡ. “Иң мөһиме – бер-береңде ҡәҙер итеү, үҙ-ара ихтирамлы булыу”, – тине улар.
Мөһим Шәкүр улы Иҫке Ҡоҙашҡа күсеп килгәндән һуң, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, урындағы колхозда ла эшләп ала. Тормошто яратҡан, теремек уҙаман әле булһа машинаны ла үҙе йөрөтә.
Ауылдаштарының хөрмәтен ҡаҙанған ғаиләләр араһынан Финә менән Зиҡаф Сәлмәновтарҙы, Филхәниә һәм Фәнүз Фәррәховтарҙы ла билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙың барыһы ла тырыш хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған ветерандар. Әйткәндәй, Зиҡаф Ғәлим улы оҙаҡ йылдар ауылдың ветерандар советын етәкләй. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: уларҙың өс улы ла, Иҫке Ҡоҙашта төпләнеп, матур ғаиләләр ҡорған.
Хеҙмәт ветераны Флүзә Хәким ҡыҙы Әхмәҙиева менән дә аралашырға насип булды. Ул 40 йылдан ашыу фермала һауынсы булып эшләгән.
Бына шундай һоҡланғыс яҙмышлы, эшсән, тыуған төйәген эскерһеҙ яратҡан кешеләр менән таныштыҡ Иҫке Ҡоҙашта. “Киләсәктә лайыҡлы хеҙмәт хаҡтары түләнгән эш урындары күберәк булдырылһа, ауылдар ҙа икенсерәк һулыш алыр, йәштәр ҙә күберәк тыуған ерендә төпләнер ине”, – тигән өмөт-ышаныста йәшәй улар. Был яҡты уй-ниәттәрҙең тормошҡа ашыуын теләйек!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Яңауыл районы.