Әсәйем Венера Айытбай ҡыҙының бала сағы бик ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Олатайым Айытбай Хәлилов – золом ҡорбаны, һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырыу, уҡытып белем биреү өләсәйем Хәйернисаның иңенә төшә. Өләсәйемде “халыҡ дошманы ҡатыны” тип төрлө ауыр эшкә ҡушҡандар: аттарға септә, күреп үреүҙәрен һәм ҡарауылсы булып эшләүен һөйләгәне әле лә иҫтә.
Тормоштары еңелдән булмаһа ла, бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе белем алып, һайлаған һөнәрҙәре буйынса ғүмер буйы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Ә инде атайым Ғәфәр Әбделвәли улына килгәндә, ул Шығай ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Олатайым Әбделвәли Ғәлиуллин – Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Күп бала үҫтергән өләсәйем Мәрғүбә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Олатайым һуғыштан ҡаты яраланып, зәғифләнеп ҡайтыуына ҡарамаҫтан, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡса үҫтереп, өләсәйем менән оҙаҡ йылдар матур итеп йәшәнеләр.
Беҙ, ейәнсәрҙәре, бала саҡта каникулдарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Йәйен өләсәйем менән еләк-емешкә йөрөй, өй эштәрендә ярҙам итә торғайныҡ. Атайым, Шығай урта мәктәбен тамамлап, әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ситтән тороп уҡырға инә. 1971 йылда йүнәлтмә буйынса Сермән мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай һәм шул осорҙа мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы, сибәрҙән-сибәр әсәйебеҙ Венера Хәлилова менән таныша.
1972 йылдың февралендә гөрләтеп туй үткәреп, бергә йәшәй башлайҙар. Мөхәббәт емештәре булып донъяға бер-бер артлы өс ҡыҙҙары тыуа. Беҙгә матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Һәр беребеҙ үҙ юлыбыҙҙы табып, ғаиләләребеҙ менән йәшәйбеҙ. Әлеге ваҡытта атай-әсәйебеҙҙең биш ейәне, ике ейәнсәре, бер бүлә-бүләсәре бар.
Әсәйем, Сермән урта мәктәбендә 40 йыл буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Уның сығарылыш уҡыусылары араһында уҡытыусылар, табиптар, бейеүселәр бар. Атайым оҙаҡ йылдар мал табибы булды. Уның ал-ял белмәй эшләүе, район буйлап йөрөүҙәре, колхозға ярҙам итеүе үҙ емешен бирҙе – ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының, район советының бихисап Почет грамоталары менән бүләкләнде. Район гәзите аша ауылдаштарының рәхмәт хаттарын уҡып һөйөнә инек. Әле булһа тик ултырмай ул. Районда Аҡһаҡалдар ҡороноң иң әүҙем ағзаһы булараҡ, төрлө мәҙәни саралар ойоштороуға көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, әсәйем менән атайым юбилейҙарҙа һәм концерттарҙа бергә йырлай ине. Әсәйем мандолинала матур итеп уйнаһа, атайым ҡушылып йырлап ебәрер булды. Ул бала саҡтан сәхнәнән төшмәгәнгә күрә, хаҡлы ялға сыҡҡас та, сәхнә тормошон һағынып, үҙенең тиңдәштәрен йыйып тамаша ҡуйҙы. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һәр береһе әүҙем ҡатнашты. Сығыштарында элекке йырҙар, бейеүҙәр, музыка ҡоралдары ансамбле лә булды. Оло быуын кешеләре йәш саҡтарындағы йырҙарҙы ныҡ һағынған, күрәһең, хатта аяғөҫтө тороп алҡышланылар.
Атайым менән әсәйем тәбиғәтте ныҡ яратты, йәйҙең бер көнөн әрәм итмәй еләк-емеш, бәшмәк йыйырға йөрөнө. Үҙҙәре лә баҡсала ҡарағат, ҡурай еләге, алмағастар, баҡса еләге һәм күҙҙең яуын алған төрлө сәскәләр үҫтерҙе.
Шуныһы үкенесле, атайым менән әсәйем быйыл февраль айында алтын туйҙарын билдәләргә тейеш ине... Әсәйем ҡаты ауырыуҙан һуң, 2021 йылдың октябрендә баҡыйлыҡҡа күсте. Беҙгә, балаларына, атайыма, был юғалтыу бик ауыр булды. Өс ҡыҙы, ейән-ейәнсәрҙәре, атайыбыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп китмәһен тип, төрлө яҡтан ярҙам итергә тырышабыҙ. Атайыбыҙҙың беҙгә терәк-таяныс булып, балаларын ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Лилиә МАҒАЗОВА.
Белорет районы.