Кисә Салауат районы халҡы өсөн бик ауыр яңылыҡ билдәле булды. Украиналағы махсус операция барышында яҡташтары Руслан Ғәлимов һәләк булған. Кесе сержанттың вафаты тураһында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов хәбәр итте.
“Беҙҙең район халҡы кисергән ҡайғыны һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрлөк түгел. Руслан Ғәлимовтың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ул илебеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен һаҡлап геройҙарса вафат булды. Геройға мәңгелек дан!” – тип яҙҙы ул.
Руслан Зәйнулла улы 1980 йылдың 22 февралендә Мәсетле ауылында тыуған. 2000-2002 йылдарҙа армияла хеҙмәт иткән. Аҙаҡ ғаилә ҡорған, йорт һалған. Уның өс бәлиғ булмаған балаһы бар. Ҡатыны менән айырылһа ла, балаларын тәрбиәләүҙә ҡатнашҡан. 17 һәм 15 йәшлек ҡыҙҙары, ете йәшлек улы ҡалған. Әсәһе лә иҫән, уға 65 йәш.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Дыуан аграр техникумында белем алған. 2004 йылдан алып 2020 йылға тиклем “Янғантау” шифаханаһында эшләгән. Эшен яратып башҡарған, тыныс холоҡло, изге күңелле кеше булған. Быйыл апрель башында хәрби хеҙмәткә барыуға контракт төҙөгән.
Руслан Ғәлимов менән иртәгә 11 сәғәттә Мәсетле ауылындағы урта мәктәптә хушлашасаҡтар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауат районы өсөн был - икенсе юғалтыу. Әле кисә генә, 12 майҙа һуңғы юлға тағы бер геройҙарса һәләк булған егетте – хәрби разведка сержанты Илнур Хөснөтдиновты оҙатҡандар.
Миәшәгәр ауылында үткән матәм сараһында район етәкселәре, военкомат вәкилдәре, хәрбиҙәр, ауылдаштар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашҡан. Илнур үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
Уға 25 йәш булған. Бөтәһе лә уны изге күңелле, шаян егет тип хәтерләй. Илнур Ватанына хеҙмәт итеү юлын һайлаған һәм һуңғы һулышына тиклем быға тоғро ҡалған.
Дәүләт уның ғаиләһенә ярҙам итәсәк, ә тыуған мәктәбендә исемен мәңгеләштерәсәктәр.
Егеттәрҙең ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "На земле Салавата" баҫмаһынан.