Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2022, 19:47

Булдыҡлылар һәр саҡ алда

Хәтмуллиндарҙың эше маҡтаулы.

Хәтмуллиндарҙың ғаилә архивынан.
Фото:Хәтмуллиндарҙың ғаилә архивынан.

Фидарис Хәтмуллиндың ғаиләһе Балтас районында күптән танылыу яулаған. Улы Илнур менән бергә район халҡына пассажирҙар ташыу хеҙмәте күрһәтә улар. Көләс йөҙлө, татлы һүҙле, итәғәтле Фидарис Мотаһар улының телефон һандарын ҡарты ла, йәше лә белә һәм төрлө ваҡытта ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Улар, көнкүреш тармағының һәр кешегә кәрәкле йүнәлешенә тотоноп, уңышлы эшләп китте. Заманаһы шундай хәҙер. Хәтмуллиндар ҙа, пассажирҙың теләген ҡәнәғәтләндереп, бик ышаныслы эшҡыуарҙарға әүерелде. Бер эш тә тиҙ теүәлләнмәй. Фидарис Мотаһар улы 2001 йылда аҙыҡ-түлек магазины аса, ә 2004 йылда, районда беренселәрҙән булып, уның автомобилгә запас частар магазины эшләй башлай. Тора-бара был эш ғаилә бизнесына әүерелә.

Үҫәм тигән кешегә предприятиены киңәйтеү – көн талабы. Тәүгеләрҙән булып тәүлек әйләнәһенә пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүсе таксопарк ойоштора. 2005 йылдан иһә ҡала-ара маршрутты хеҙмәтләндергән рейстар аса. Әлбиттә, был эшмәкәрлек бик ҙур яуаплылыҡ, эҙмә-эҙлелек, өҙлөкһөҙ хеҙмәтләндереүҙе талап итә. Дәғүәселәр ҙә юҡ түгел, баҙар шарттары бит, әммә улар кеүек эшләп китә алмайҙар. Ә Илнур менән Фидарис Хәтмуллиндар бирешә торғандарҙан түгел, тырыштар. Пассажирҙар ташыу теҙмәһенән дә тайпылмайҙар, шулай уҡ төрлө йүнәлеш буйынса күмәк заказдарҙы ла ҡабул итәләр. Транспорт ваҡытында ҡуҙғала. Өфөлә лә пассажирҙарҙың теләге буйынса тәғәйен урынға тиклем алып баралар. Уңайлы шарттар тыуҙырып хеҙмәтләндереү ошолай була инде. Йылына бер нисә тапҡыр Татарстанға, Мари Иленә юл төшә. Ҡайтыр юлға яңынан ҡаланың төрлө ерҙәренән халыҡты йыйып алалар. Дауаланыу өсөн Соль-Илецк яҡтарына рейстар ҙа ойошторалар. Ә инде был эштәрҙе башҡарыу, сифатлы сервис булдырыу өсөн күп тырышлыҡ, оло хеҙмәт талап ителә.

Тормош иптәше Лилиә Муллахан ҡыҙы ун йылдан ашыу һатыусы булып эшләне. Үҙ көстәре менән “Панда” исемле аҙыҡ-түлек магазины астылар, тағы ла бер кешегә эш урыны булдырылды. Ҡыҙҙары Светлана һәм улы Илнур Хәтмул­линдар Өфө иҡтисад һәм сервис академияһын тамамланы. Светлана сәскә һата. Районда уҙған юбилейҙарҙы, тыуған көндәрҙе, туйҙарҙы уларҙың гөлләмәләре биҙәй. Концерттарҙа ла сәскәләр үтемле.

Хәтмуллиндарҙың эше маҡтау­лы, рәхмәтле. Дөрөҫөн әйткәндә, бында һине ихлас ҡаршы алалар, оло ихтирам күрһәтәләр. Һуңғы йылдарҙа эш күләме артты. Заманса уңайлы, йылы ике “Форд” автобусы, ике “Лада Ларгус” еңел автомашиналары бар. Хәләл көстәрен һалып, район халҡы өсөн эшләйҙәр. Булдыҡлы эшҡыуар­ҙарға иҫәнлек-һаулыҡ, именлек теләйем.

 

Хәнис ХӘЗИМОВ.

 

Балтас районы.

Читайте нас: