БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары бер көнлөк эш хаҡын Донбассҡа ярҙамға күсерергә тигән ҡарар ҡабул итте. Аҡса Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына йүнәлтеләсәк.
“Красный Луч менән беҙҙең республикабыҙҙың мөнәсәбәттәре үҙенсәлекле – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тап ошо ҡала эргәһендә дошмандар менән алыша. Ошонда ул туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Бөгөн Красный Луч халҡы ауыр шарттарҙа йәшәй. Республикабыҙ хәлдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа. Ошо көндәрҙә етенсе гуманитар ярҙамды оҙаттыҡ, күскенселәрҙе лә ҡабул итәбеҙ.
Хәҙерге көндә ниндәй булһа ла ярҙам ваҡытлы. Шуға күрә хеҙмәттәштәр менән бер көнлөк эш хаҡыбыҙҙы Красный Луч ҡалаһы халҡына күсерергә ҡарар иттек”, - тине БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Бөгөн шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы-районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә Красный Луч ҡалаһы халҡына ярҙам йөҙөнән бер көнлөк эш хаҡын күсерергә тигән ҡарар ҡабул итте.
Фото: Башинформ.