

Рәсих Фәйзелҡәүи улы дембель альбомын ҡулына алып, иҫтәлектәрен яңыртты. Хәрби һауа көстәре ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә ул. Башта алты ай Новгород ҡалаһы йәнәшәһендәге Новоселицы тигән урында хәрби күнекмәлә була. “Ту-16” бомбардировщик самолеттары менән элемтә тотҡан радист һөнәрен үҙләштерә.
Улар меңәр километр бейеклектә оса, элемтә Морзе әлифбаһы ярҙамында ғына булдырыла. Учебканан һуң Эстониялағы Тарту тигән ҡалала, авиация дивизияһында йыл ярым осоштарҙы тәьмин итә райондашыбыҙ. Беренсе класлы өлкән радист ул. Йыл ярым асыҡ эфирҙа элемтә өлкәһендә хеҙмәт итә. Талаптар ҡәтғи. Өс хата ебәрһәң, осоштарға башҡаса яҡын ебәрмәйҙәр.
1981 йылдың көҙөндә “Запад-81” тигән ҙур күнекмәләр үтә. Балтас районының Көндәшле ауылы егете Рәсих Әҡбәров хеҙмәт иткән Балтик буйы хәрби округы унда еңеү яулай. Рәсих Әҡбәровҡа рәхмәт белдерелә һәм 17 көн ял бирелә.
– “Морзянка” ғүмергә лә онотолмай. Армиянан ҡайтыр алдынан Калининградтан килеп, ике радисты сит илдә йөҙгән карап радисы итеп, биш йылға контракт буйынса һайлап алдылар. Таллиннда фатир, яңы машина, аҡса вәғәҙә иттеләр. Үҙем риза инем, атай-әсәйҙең ризалығы булманы.
Башҡортостан егеттәрен армияла хөрмәт итәләр ине. Үҙебеҙҙең ауылдаштар ҙа, класташтар ҙа ваҡытында яҡшы хеҙмәт итте, – тип иҫкә ала райондашыбыҙ. – Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын. Бергә эшләгән ир-егеттәрҙең броне бар, минеке юҡ. “Ниңә миңә юҡ?” тип һораған инем, һинең кеүек хәрби белгес районда юҡ, тинеләр. Ватан саҡыра икән, бөгөндән сығырға әҙербеҙ. Беҙ – Советтар Союзында тәрбиәләнгән патриоттар. Шулай ҙа Аллаһтан тыныс тормош өмөт итәбеҙ.
Үҙ еренең ысын патриоты, килер быуындарға күркәм өлгө булған Рәсих Фәйзелҡәүи улы ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй. Оҙаҡ йылдар намыҫ менән, яуаплылыҡ хисен юғалтмай, район советы секретары булып эшләй ул. Ир-егет өсөн фарыз ғәмәлдәрҙең барыһы ла үтәлгән – йорт төҙөлгән, ҡыҙ менән ул үҫеп буй еткергән, ағастар ултыртылған. Ғүмер заяға үтмәй.
Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.
Балтас районы.