Абҙаҡ ауылы данлы, даланлы ул һәм ҡыҙҙары, билдәле шәхестәре, ғаиләләре менән дан тота. Улар араһында Аҡкучуковтар нәҫеле районда ғына түгел, республика кимәлендә лә танылыу яулаған. Нажиә менән Сабирйән Аҡкучуковтарҙың ырыҫлы ғаиләһендә көслө шәхестәр тәрбиәләнгән. Уларҙың һәр береһе тураһында әллә күпме яҙырға була, әммә бөгөн һүҙебеҙ иң оло улдары Ишбулат хаҡында.
Ишбулат Сабирйән улы 1947 йылдың 10 мартында донъяға килгән. Яҙ, ташҡын мәле, ата-әсәһе юлдың ҡороғанын көтөп, уға таныҡлыҡ алыуҙы һуҙып ебәрә – 12 майҙа ғына документ алалар. Шуға ла ул тыуған көнөн документ буйынса ошо мәлдә билдәләй.
Абҙаҡ ауылында тулы булмаған мәктәпте тамамлаған үҫмер Белорет ҡалаһына юллана. 1963 – 1965 йылдарҙа 36-сы һөнәрселек училищеһында балта оҫтаһына уҡый. 1965–1966 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының төҙөлөш тресында төҙөүсе булып эшләй, шул уҡ ваҡытта Эшсе йәштәр мәктәбен дә тамамлай.
1966 йылда уны хәрби хеҙмәткә алалар. Германияның Дрезден ҡалаһында хеҙмәт итергә насип була. 1968 йылда Чехословакиялағы туғандаш халыҡҡа интернациональ ярҙам күрһәтеүҙә лә ҡатнаша. 1969 йылда армиянан ҡайтҡас, элекке хеҙмәт урынында эшләүен дауам итә, шул уҡ ваҡытта белемен камиллаштырыуға ла иғтибар бирә.
Ҡалала эшләп йөрөгәндә, 1971 йылда ул Нәсимә Әбделғәней ҡыҙын осратып, ғаилә ҡоралар. Ә инде бер йылдан йәштәр Абҙаҡ ауылына күсеп ҡайта. 1973 – 1982 йылдарҙа Ишбулат Сабирйән улы Абҙаҡ урта мәктәбендә тарих һәм башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәренән уҡыта. Шул йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында ситтән тороп белем ала. Үҙен яҡшы ойоштороусы итеп күрһәткән уҡытыусыны 1982 йылда Абҙаҡ ауыл Советы рәйесе итеп һайлайҙар. Ике саҡырылыш рәйес булып эшләгәндән һуң, ул 1990 йылда яңынан мәктәпкә ҡайта. Бер аҙҙан тағы ла уны Абҙаҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә уға был вазифала оҙаҡ эшләргә тура килмәй – 1999 йылда йәнә Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар. Был вазифала 11 йыл эшләп, 2010 йылда – 64 йәшендә хаҡлы ялға сыға. Шулай итеп, мәғариф, дәүләт хеҙмәте өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләй, бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Абҙаҡ участка һайлау комиссияһы ағзаһы була.
Ҡайҙа эшләһәң дә, тылың ныҡлы булһын, тиҙәр. Ишбулат Сабирйән улының ошо яуаплы вазифалар йөгөн тартҡан саҡта тормош иптәше Нәсимә Әбделғәней ҡыҙы ышаныслы таянысы була. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Оло улдары – полиция майоры Азамат Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында эшләй. Улдары Илдар, Эске эштәр министрлығында эшләп, подполковник булараҡ, хаҡлы ялға сыҡты, әле Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хеҙмәт юлын дауам итә. Ҡыҙҙары Дилә – Белорет район клиник үҙәк дауаханаһында табип.
Былтыр 30 апрелдә Нәсимә Әбделғәней ҡыҙы менән Ишбулат Сабирйән улы Аҡкучуковтар алтын туйҙарын билдәләне. Шулай итеп, улар матур, уңған балалар үҫтереп, намыҫлы хеҙмәт юлын үтеп, бөгөн балаларының һәм ете ейән-ейәнсәренең уңыштарына ҡыуанып донъя көтә.
– Әсәй менән атайға мең рәхмәт, улар булғанға беҙ бәхетле. Киләсәктә лә ошолай матур оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен, бәхетле ҡартлыҡ кисереүҙәрен теләйбеҙ, – ти балалары.
Эйе, Ишбулат Сабирйән улы ауылды үҫтереүгә күп көс һала. Ул хакимиәт башлығы булып эшләгән йылдарҙа ауылды төҙөкләндереү, таҙа тотоу мәсьәләһенә иғтибар көслө була. Был эштәргә ауылдаштарын да әүҙем йәлеп итә.
Ишбулат Аҡкучуков ауылды берләштергән, туплаған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамы кеүек ҙур сараларҙы ойоштороуға ла ҡыйыу тотона һәм юғары кимәлдә үткәреүгә өлгәшә. Ул ауыл биләмәһенә етәкселек иткән ваҡытта ауылда яңы мәктәп төҙөлә. Мәктәптең бушаған элекке бинаһын ремонтлап, табип амбулаторияһын асыуға өлгәшә. Шулай уҡ эшкә килгән участка табибын торлаҡ менән тәьмин итә. Үҙе, спорт яратҡан кеше булараҡ, хоккей майҙансығын яңыртып, команданың туҡтауһыҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә күп көс һала.
Оҫта ойоштороусы булараҡ, ауыл биләмәһе эшенә мәктәп, мәҙәниәт учреждениеларын, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар ойошмаларын йәлеп итә. Ауыл мәсетен тергеҙеүгә лә булышлыҡ итә, Мөхәмәт ауылында мәсет төҙөүҙә лә уның өлөшө ҙур. Ишбулат Аҡкучуков һәр сараға яуаплы ҡарауы, ауылдаштарының шатлығын да, ҡайғыһын да үҙенеке кеүек ҡабул итә белеүе менән һәр саҡ айырылып тора.
– Ишбулат Сабирйән улын булдыҡлы кеше, эшмәкәр тип беләбеҙ. Ул Абҙаҡ мәктәбе директоры булып эшләгән осорҙа ла әүҙем булды. “Урал” гәзитенә яҙылыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итте, бағыусылар табып, ауыл пенсионерҙарына гәзит яҙҙырта ине. Ғөмүмән, Аҡкучуковтар ғаиләһе район тормошонда әүҙем ҡатнашты, ата-әсәһе лә ауылында ҡайнап йәшәне, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты “Урал” гәзитенең хаҡлы ялдағы хеҙмәткәре Зилә Абзалова.
Ауылдашы, оҙаҡ йылдар Абҙаҡ ауылы мәктәбе директоры, әлеге ваҡытта Белорет педагогия колледжы директоры булып эшләгән Гөлшат Йомағужина ла Ишбулат Сабирйән улы тураһында ыңғай фекерҙә.
– Ишбулат Сабирйән улының ойоштороу һәләте көслө булды. Мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар ойошмалары, депутаттар менән бергә, умарта күселәй, берҙәм эшләнек. Ул депутаттарҙы ла туплай белде, һәр береһен ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаштырыуға өлгәште. Урамда кесерткән дә үҫмәй ине. Ауыл биләмәһендә бер туҡтауһыҙ төрлө саралар үтте: ауыл биләмәһе башлыҡтары семинары, осрашыуҙар, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” һәм башҡалар. Район һабантуйында татыу ғаиләләй әүҙем ҡатнаша инек. Мәктәп менән берлектә спортты үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Хоккей ярышы бөтә ауыл байрамына әйләнә ине. 9 Майҙа ауылдашыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы яугире Әмирхан Харисов исеменә еңел атлетика буйынса эстафета ойошторолдо, – тине Гөлшат Рауил ҡыҙы.
Намыҫлылыҡ, ғәҙеллеккә ынтылыш, тура һүҙлелек, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ, эскерһеҙлек, үҙ эшеңә оло яуаплылыҡ менән ҡарау һәм йөрәгең аша үткәреү кеүек күркәм сифаттар һәр кемгә лә бирелмәй, ә Ишбулат ағайҙа ул ҡиммәтле һыҙаттар бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тура һүҙлелеге өсөн ҡайһы мәлдәрҙә зыян да күрә ине. Ваҡыт ҡына хөкөм сығара ала. Йылдар артта ҡалған һайын ауылдаштары уның етәксе булып эшләгән йылдарын һағынып иҫкә ала, урамда күргәндә рәхмәт әйтеп үтә. Тимәк, Ишбулат Аҡкучуковтың башҡарған эштәре, ауылының һәм ауылдаштарының уңыштарына ҡыуаныуҙары, ауыр мәлдәрҙе иһә бергә кисереп, янып-көйөүҙәре юҡҡа булмаған, ғүмере заяға уҙмаған – ошонда инде тормош мәғәнәһе.
– Әлбиттә, бөтәһенә лә ярап бөтөп булмай, бигерәк тә етәксе булһаң. Әммә һин иңеңә яуаплылыҡ алғанһың икән, уны урынына еткереп үтәргә бурыслыһың. Хужаның ниндәй булыуы тупһанан күренә ул. Бөгөн ҡылған эштәрең өсөн киләсәктә оят булмаһа, шул саҡта үҙеңде бәхетле итеп тояһың. Аллаға шөкөр, ошо йәшемде ғаиләм, балаларым һәм ейән-ейәнсәрҙәрем ҡосағында ҡаршы алыуым менән бәхетлемен, – ти ул, тормош юлын барлап.
Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.