

Һәр кем тормошта үҙ маҡсаты, хыялы менән йәшәй. Берәүҙәр карьера, эш тип янһа, икенселәр һаулығын ғына ҡайғыртып көн итә, өсөнсөләр өсөн аҡса – тәүге планда. Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Фәхриевтәр ғаиләһе тормоштарының бар йәмен ғаиләлә, балаларында таба.
Ратмир Камил улы ла, Айгөл Камил ҡыҙы ла ғаиләләрендә ике генә бала үҫкән. Икеһенең дә апайҙары бар, әммә улар бала саҡтан күберәк ҡусты-һеңлеләр тураһында хыяллана. Шуға танышып, осрашып, ҡауышҡас та, йәштәрҙе ошо хыял берләштерә. Дөрөҫөн әйткәндә, Ратмир үҙе лә биш балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның әсәһе Йәмилә ханым менән атаһы Камил Фәхриевтәр балалар йортонан тәрбиәгә өс бала ала, шуға күрә был ғаиләне күп балалы тип иҫәпләһәң дә була. Ата-әсә, аҫрау бала тип тормай, барлыҡ йөрәк йылыһын өйҙәге сабыйҙарға бер тигеҙ өләшә, етемдәр йортонан ҡайтҡан балаларҙы ла аяҡҡа баҫтырып, ҙур тормош юлына оҙата улар. Ана шул мәрхәмәтлек, изгелек, балаларға ҡарата һөйөү артабан Айгөл менән Ратмир ғаиләһенә лә күсә.
Ысынлап та, бала табыу бер – уларҙы бағыу, хәстәрлек күреү фарыз. Фәхриевтәр туғыҙ йәшлек Камилә, биш йәшлек Рәнил, бер йәшлек Осман исемле өс балаға ғүмер биргән. Уларҙы ата-әсә һөйөү сәңгелдәгендә генә тирбәлтә. Был ғаиләлә, әйтергә кәрәк, ололарға – ололарса, кескәйҙәргә кескәйҙәрсә хөрмәтле мөнәсәбәт өҫтөнлөк итә, бер-береңдән уҙҙырып хәбәр һөйләү, маһайыу, йәберләү – бөтөнләй сит күренештәр. Балалар ата-әсәләренең мөхәббәт һәм тоғролоҡтарын кинәнеп татып үҫә.
Ратмир менән Айгөл балаларын бар яҡтан да камил итеп тәрбиәләргә тырыша. Әсә кеше, барлыҡ ваҡытын өс балаға бүлеп, өй мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған, ғаилә башлығы иһә мал табып ҡына ҡалмай, барлыҡ буш сәғәттәрен шулай уҡ ҡыҙ-улдарына арнай: бер ҡараһаң – партнерҙары менән осрашыуҙа, икенсе ҡараһаң – улын етәкләп, мәктәптән һуң спорт түңәрәгенә китеп бара, әле генә төҙөлөш объектында булһа, күҙ асып йомған арала ҡыҙын музыка студияһына илтеп ҡуя... Эштән арып ҡайттым тип, диван башында зәңгәр экрандарға төбәлеп ятҡан атайҙар менән сағыштырғанда, афариндан башҡа ни әйтәһең?!
– Бөтә эште лә бергәләп башҡарабыҙ, – ти Айгөл Камил ҡыҙы ла.
Шуныһы мөһим: Фәхриевтәр балаларын бар яҡлап уңышлы тәрбиәләүҙә ҡыҙ-улдарының туған телдә аралашыуын да күҙ уңынан ысҡындырмай.
– Ял еттеме, ауылға ҡайтыу мөмкинлеген ҡарап ҡына торабыҙ, балалар олатай-өләсәйҙәре менән рәхәтләнеп аралашһын, – тип йылмая Ратмир Камил улы.
Ысынлап та, һәр ял көнө был ғаилә өсөн ҙур байрам һымаҡ. Улар, тыуған яҡтарына ҡайтып, туғандары менән осрашып, бер-береһенә ярҙамлашып, ял итеп килә. Кәрәк икән, тәбиғәткә лә сығалар. Ғөмүмән, арабыҙҙа ошондай үҙ миҫалында киләсәген дә хәстәрләгән, үткәнен дә онотмаған матур ғаиләләр күберәк булһын ине!
Рәмил МАНСУРОВ, “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.