

Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар рейтингында бер нисә йыл рәттән Башҡортостан күрһәткестәре күтәрелеүгә табан бара. Бындай юғары һөҙөмтәләр - уҡыусы менән уҡытыусының дөйөм хеҙмәт емеше.
Республика инженер лицей-интернаты ла был ҡаҙаныштар исемлегенә тос өлөш индерә. Беҙгә лицейҙың химия уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты Айнур Ғүмәров менән әңгәмәләшергә тура килде. Әйткәндәй, ул үҙе лә ҡасандыр ошо лицей-интернатты тамамлаған, уҡыған йылдарҙа шулай уҡ олимпиадаларҙа ҡатнашҡан, еңеүҙәр яулаған. Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында белем алғандан һуң, үҙенең тыуған мәктәбендә ең һыҙғанып эшкә тотона.
Тәүге йылдарҙа уның уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаларының республика этабында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтһә, 2015 йылдан алып һуңғы этапта ла еңеүҙәр яулап килә. Мәктәптә эшләү осоронда уның уҡыусылары араһында 50-ләп - республика, 10-дан ашыу Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы этабында еңеүсе һәм призер.
Быйыл да һөҙөмтәләр маҡтанырлыҡ. Айнур Мансур улының өс уҡыусыһы һуңғы этапта тос уңыш күрһәтә. Вадим Харисов еңеүсе исемен яулаһа, Александр Зиновьев менән Ксения Федотова призер була.
Республикабыҙҙа һәләтле балаларҙы матди яҡтан дәртләндереү сараһы ла күрелә. Әйткәндәй, уҡыусыларҙың өсөһө лә үткән йылда Башҡортостан Башлығының премияһына, Вадим менән Александр республика етәксеһенең стипендияһына лайыҡ була. Уҡытыусыларының хеҙмәте лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ошондай еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән өсөн 2018 йылда Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ була.
Әлеге ҡаҙаныштарына өҫтәп Айнур Мансур улының 33 йәшендә генә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә эйә булыуы ла һоҡланыуҙы арттыра. Әлбиттә, уңыштары өсөн ул иң элек үҙенең химия уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаға рәхмәтен белдерҙе: “Уҡытыусыма әле 80 йәш. Хаҡлы ялда булһа ла, мәктәпкә килеп, беҙгә үҙенең файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итеп тора”, - ти ул.
Эштәге уңыштарҙың да сере бик ябай булыуын билдәләне – бары тик үҙеңдең фәнеңде, эшеңде яратырға, шул ваҡытта бөтә күңелеңде һалып эшләйәсәкһең һәм башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра алаһың.
Көслө – берҙе, белемле – меңде йығыр, тигән халыҡ мәҡәле. Белемле, һәләтле йәштәр – республикабыҙ ғына түгел, илебеҙ ғорурлығы.
Фото: Айнур Ғүмәров архивынан.