Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май , 20:08

Нефтсе лә, композитор ҙа, уҡытыусы ла

Иҙелбаевтарҙың ғаилә династияһын яҡшы беләләр.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ишембай ҡалаһында йәшәгән күркәм ғаилә пары – 50 йылға яҡын бергә ғүмер иткән Тәнзилә һәм Ринат Иҙелбаевтар менән күрешкәнгә ҡәҙәр үк ғаилә башлығын һәүәҫкәр композитор булараҡ белә инек инде. Уның ғүмер буйы нефть тармағында эшләп, бер юлы ижад донъяһында ҡайнап йәшәүе ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Иллеләгән йыр авторы, 73 йәштә булһа ла, Ишембай нефть колледжында нефть дисциплиналары фәненән белем биреүсе уҡытыусы менән осрашып һөйләшеү форсаты тейҙе.

Нефтсе һәм композитор – ғүмер буйы бер кешелә бер-береһен тулыландырып йәшәп килә ошо ике һөнәр. Ринат Ғиниәт улы Ишембай районының Байғужа ауылында тыуған, ошонда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, тәүҙә 28-се һөнәрселек техник училищеһында слесарь һөнәрен алып сыға, аҙаҡ Ишембай нефть техникумында быраулаусыға уҡый. Бар ғүмере уның ошо һөнәргә бәйле. Йүнәлтмә менән Бөрө ҡалаһына ебәрелгәс, Бөрө быраулау эштәре идаралығында инженерҙан алып цех начальнигы вазифаһына тиклем үрләй. Артабан Себер тарафтарында ла хеҙмәт итергә тура килә, Ишембай быраулау эштәре идаралығында скважиналарҙы капиталь ремонтлаусы мастер ҙа була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ишембай нефть колледжында уҡыта башлай.

– Ғүмер буйы нефтсе булып эшләгәс, йәштәргә белемде китаптан ғына түгел, үҙемдең тәжрибәм буйынса ла бирә алам. Һаулыҡ булғанда эшләү – үҙе бер кинәнес. Беҙҙең быуын эшкә мөкиббән бирелгән бит ул, – ти Ринат Ғиниәт улы. Нефтсе һөнәрен яратып баш­ҡарһа ла, уның күңелендә ғүмер буйы йыр-моңға ла һөйөү йәшәп килә. Йәш сағында Ишембайҙан алыҫҡа китеп мәҙәниәт буйынса махсус белем алыу мөмкинлеге булмай, ләкин тәбиғәттән һалынған һәләтен күңелдә йәшереп тота алмай.

 – Минең әсәйем бик матур йырлай ине. Бигерәк тә халыҡ йыр­ҙарын яратып башҡарҙы. Туғандар йыйылғанда, табындарҙа гел әсәйемде йырлатҡандары хәтерҙә ҡалған. Ғөмүмән, ауылыбыҙ халҡы элек-электән йыр-моң яратты. Бик оҫта гармунсыларыбыҙ булды. Бала саҡта йәйен тышта бесән­лектә йоҡларға ярата инем. Шунда ауылдаштарымдың гармун тартып йырлағанын тыңлап ята торғайным. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан бигерәк тә моңло тауышлы Лена Бирҙинаның йырлай-йырлай Тәйрүккә һыуға бар­ғаны әле лә күҙ алдында, шуға күрә йыр-моң күңелгә бәләкәйҙән һеңгәндер. Мәктәпкә бармаҫ элек, әбейҙәр кис ултырырға йыйыл­ғанда, мине ултырғысҡа баҫтырып йырлата инеләр. Бәләкәй булһам да, Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллиндың йырҙарын белә инем.

Үҫә килә гармунсы ағайҙар эргәһенә барып, уларҙың уйнағанын ҡарап ултыра башланым. Юнир еҙнәмдең баяны бар ине.12-13 йәштәр тирәһендә шунда уйнарға өйрәндем. Аҙаҡ гармунды ла ҡулға алдым. Шунан бирле был музыка ҡоралынан айырылғаным юҡ.

Училищела уҡығанда ла үҙеш­мәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөй инем. Шул осорҙа Байғужа йәштәре менән сит ауылдарға концерттар менән дә сыҡтыҡ. Мәктәптә уҡы­ғанда әсәйем “хромка” алып бир­гәйне, элек бөтә байрамдар гармун менән үтте бит. Төнгө сәғәт 3-4-тәргә тиклем клубта йәштәрҙе бейетә инем. Шул гармуным менән һалҡындарҙа тышта ла уйнай торғас, ул тиҙ боҙолдо. Шунан Бөрөлә йәшәгән саҡта үҙемә баян һатып алдым, – тине Ринат ағай, йырлы-моңло бала сағын хәтерләп.

Әйткәндәй, тормош иптәше Тән­зилә апай менән дә осраша баш­лауҙарына йыр-моң сәбәпсе була.

– Мин ҡалала интернатта 10-сы класта уҡып йөрөгән, ә Ринаттың училищела белем алған сағы. Шул осорҙа автобустар булмағанда йыш ҡына ҡаланан ауылға йәйәүләп ҡайта инек. Бер мәл юлыбыҙ Ринат менән тап булды. Шул саҡта уның иплелеге, кеше менән матур итеп һөйләшеүе күңелемә ятты. Концерттарҙа бик оҫта итеп гармунда уйнауына быға тиклем дә иғтибар итеп йөрөй инем. Унынсыны бөткәс, миңә бер аҙ Сәлих клубында эшләргә тура килде. Клуб эргәһендә генә бер инәйҙә фатирҙа торҙом. Үҙебеҙҙең ауылға йыш ҡайтып булмай, һағындыра. Элек байрамдарға открытка ебәреп ҡотлау ғәҙәте була торғайны. Бер саҡ Яңы йыл алдынан бөтә класташтарға, дуҫтарға открытка яҙып ебәрҙем. Бер открыткам Ринатҡа ла юлланды. Күңелемдә уға ҡарата йылы хистәр шунда уҡ булғандыр, тим. Бер аҙҙан 8 Март байрамына үҙем дә унан открытка алдым. Ул ваҡытта Ринат техникумда уҡый ине. Шунан яйлап аралаша башланыҡ, – тип һүҙгә ҡушылды Тәнзилә апай.

 Ике йәш йөрәктә ҡайнар хистәр шул осорҙа ҡабына. Тиҙҙән бер-береһенә ғашиҡ булыуҙарын аңлайҙар.

– 1969 йылдың 1 Май байрамына Тәнзилә Сәлихтән ауылға ҡайтырға тейеш ине, ни сәбәптәндер ҡайтманы. Йәштәр күмәкләп йыйылыштыҡ, ул – юҡ. Шул саҡта мин күңелемә уның етмәүен аңланым. Киске сәғәт 9-10-дар тирәһе булғандыр, урман аша тураға Сәлихкә сығып киттем. Ара 10 километр самаһы бар. Тәнзиләнең ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәйем. Тәүҙә ошо ауылдан техникумда бергә уҡыған дуҫыма барҙым. Тәнзилә уның өләсәһендә йәшәгән булып сыҡты. Төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә эҙләп таптым. Таң атҡансы бергәләп урам буйлап йөрөнөк. Шул ваҡытта Тәнзиләнең минең яҙмышым икәнлеген аңланым. Урман аша Сәлихкә тағы ла бер нисә тапҡыр барырға тура килде. Клубтарына инеп, баян уйнап, Сәлих йәштәрен бейетеп тә ҡайта инем. Йәшлектең матур хәтирәләре булып хәтерҙә ҡалған ул йылдар, – ти Ринат ағай.

1972 йылдың декабрендә йәштәр никахлаша. Ринат ағайҙы Бөрөгә эшкә йүнәлткәс, ул ваҡытта Стәрлетамаҡ педагогия институ­тының физика-математика факультетында уҡып йөрөгән кәләше лә Бөрө педагогия институтына күсә. Шул осорҙа Ринат Ғиниәт улы ла ситтән тороп Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлай. Тән­зилә Хәмит ҡыҙы өҫтәмә рәүештә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алырға өлгөрә.

Егерме бер йыл Бөрөлә йәшәп, тыуған яҡтарына һағынып ҡайтып төпләнә Иҙелбаевтар. Ринат ағайҙың күңелендә тәүге көйө алыҫтан Ишембайға ҡайтып килгәндә ярала. Һуңғараҡ бер-бер артлы башҡа көйҙәр тыуа.

– 2017 йылдар тирәһе булған­дыр. Яҡташым, билдәле шағир Риф Мифтаховтың шиғырҙарын уҡып ултырһам, “Тәйрүгем” тигәне күңелемә бигерәк ятты. Бер ҡат уҡыным, ике ҡат, күңелем тулып китте. Шул шиғырға үҙенән-үҙе көй килеп сыҡты. Һуңғараҡ ауылдашым Рәмзиә Солтанова һүҙҙәренә “Байғужа” тигән йырым ижад ителде. Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре уларҙы төрлө концерттарҙа йыш башҡара. Рәшит Назаровтың һүҙҙә­ренә яҙылған йырҙарым байтаҡ. Иң беренсе уның китабы ҡулыма килеп эләккәс, шиғырҙарын илай-илай уҡып сыҡтым. Тәүге көйҙәрем “Гөл”, “Ғүмер буйы һине эҙләнем” тигән шиғырҙарына яҙылды, – ти һәүәҫкәр композитор.

 Ринат Иҙелбаевтың һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе ижад иткән йырҙары ла бар – “Өләсәйемә”, “Килерһең кеүек” йырҙары күптән түгел яҙылған. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып бармаһа ла, уңыштары күренә Ринат ағайҙың. Мәҫәлән, былтыр һәүәҫкәр композиторҙар “Күңелем моңдары” тип исемләнгән республика конкурсында өсөнсө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған.

Эргәһендә илһамлан­дырыусы­һы, пар ҡанаты – ҡатыны булыуы менән дә бәхетле Ринат Ғиниәт улы.

– Бер-беребеҙҙе дөрөҫ һайла­ғанбыҙ. Үҙ-ара ысын мөхәббәт барҙа ғына ғаилә нигеҙе ныҡ була. Ысын мөхәббәткә ҡаршы торорлоҡ көс юҡ. Төрлө һынауҙар ғүмер дауамында оҙата килә, ләкин һы­нмаҫҡа, бер-береңде аңларға, рәнйетмәҫкә кәрәк. Беҙ икебеҙ ҙә өләсәйҙәр менән үҫтек. Уларҙың тәрбиәһе башҡаса. Ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш бирә белгәндәре өсөн рәхмәт. Уларҙың әйткәндәре, тормош һабаҡтары һымаҡ, әле лә ҡолаҡта яңғырай. Өләсәйемдең “Өйләнешкәс, бер-берегеҙҙе йәм­һеҙләп тикшермәгеҙ, бер-берегеҙҙе рәнйетмәгеҙ” тигән кәңәштәре донъя көткәндә лә ярҙам итте, – ти Ринат ағай.

Ғаилә династияһы ла хас Иҙелбаевтарға. Бер ул, бер ҡыҙ үҫтергәндәр, улар күптән үҙаллы. Ҡыҙҙары Әлфирә тәүҙә музыка мәктәбен тамамлай, аҙаҡ Бөрө дәүләт педагогия институтында мәктәпкәсә йәштәге педагогика һәм психология факультетында белем ала, әле балалар баҡсаһында музыка етәксеһе. Уҡытыусылыҡ, музыкаға ҡыҙыҡһыныу ата-әсәһенән килә. Улдары Илдус, Ишембай нефть колледжын тамамлап, байтаҡ йылдар Себер тарафтарында быраулаусы булып хеҙмәт иткән, әле үҙ эше менән мәшғүл. Олоғайған көндәрендә ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы ла Тәнзилә апай менән Ринат ағайҙың тормошон бөтәйтә, тулыландыра. Йәшләй тапҡан бәхеттәрен һис бер сайпылтмай тормош һуҡмағынан атлай улар.

 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

Читайте нас в