Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2022, 19:58

Саҡмағоштар матурлыҡҡа ынтыла

Барыһы ла күҙ уңында.

Саҡмағош тарафтарына юл төшкән һайын ауылдарҙың йылдан-йыл күркәмләнеүен,  юлдарҙың төҙөкләнеүен, биләмәләрҙең гөл-сәскәгә күмелеүен, төҙөлөштәрҙең күбәйеүен күреп һоҡланмау мөмкин түгел.

Нариман, Рәсмәкәй, Игенсе һәм Саҡмағош ауылдарын берләштергән Саҡмағош ауыл биләмәһендә 14 300 кеше йәшәй.  Һәр береһенең үҙ хәстәре, мәшәҡәттәре, һөйөнөстәре һәм хәл итәһе мәсьәләләре.

Көн һайын яҡташтарының көнкүреш сифатын яҡшыртыу, уңайлыраҡ итеү, биләмәнең социаль-иҡтисади үҫешен уңышлы атҡарыу бурысын үҙ өҫтөнә алған ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фаил Әхнәф улы Ишморатов – бында күптән үҙ кеше. Рапат ауыл хакимиәте рәйесе вази­фаһын 14 йыл башҡарғандан һуң дүрт йыл инде үҙенә ышанып тапшырған мөһим эште – Саҡмағош ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы бурысын үтәй.

Яҡташтарының ышанысын аҡлаған уҙаман ҙур абруй менән файҙалана, вәғәҙәһендә торған, халыҡ хәстәрҙәре менән йәшәгән етәксенең ашығыс хәл итә торған мәсьәләләр менән бергә, киләсәккә күҙ ташлап, стратегик үҫеш пландары менән йәшәүе уларҙа өмөт уята.

“Етәксенең абруйы нимәгә бәй­ле?” тигән һорауға яуапты әллә ҡай­ҙан эҙләйһе юҡ. Ауыл халҡының көнитмеше менән яҡшы таныш, һәр мәсьәләне үҙенеке итеп тойоп, уны хәл итеү юлдарын яҡташтары менән бергәләп эҙләгән, төп мәсьә­ләнән вағыраҡтарын айыра белгән һәм береһен дә күҙ уңынан ысҡын­дырмаған башлыҡҡа эш ҡарыш­май. Мәҫәлән, инфраструктураны үҫтереүҙәге үтә мөһим мәсьә­лә­ләрҙе ҡарағанда, Балалар-үҫмер­ҙәр спорт мәктәбенә илткән юлда тротуар һалыу эшен баш­ҡарыуҙы яҡташтары күтәреп сыҡ­ҡан. Эште башҡарыу алдынан халыҡ менән кәңәшләшеү отошло, бәхәс һәм икеләнеүҙәргә урын ҡалдырмай. “Урындағы башланғыс­тарға булыш­лыҡ итеү” програм­маһына ҡарата саҡмағоштар яҡшы фекерҙә, шуға ярашлы улар күп кенә өҫтөнлөклө проблемаларҙы хәл итә алды. Халыҡ индергән өлөш­тән тыш, йәш фермерҙар һәм эшҡыуарҙарҙың ярҙамы ла ярап ҡуя.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының эш даирәһе халыҡ өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, төҙөкләндереү менән генә бөтмәй, ғаиләләрҙә тыныслыҡ булдырыу, әңгәмәләр үткәреү, балаларҙы тәрбиәләү буйынса ата-әсәнең бурыстарын үтәү, эскелеккә ҡаршы көрәш, енәйәттәрҙе иҫкәртеү буйынса олоғара мәшәҡәттәр менән тағы ла ҡатмарлаша.

– Һуңғы осорҙа районда ситтән килеүселәрҙең күбәйеүенә бәйле мәшәҡәттәр арта төштө. Юл, һыу, яҡтылыҡ, өлкән йәштәгеләргә ярҙам – иң төп мәсьәләләрҙең бер нисәһе. Быйыл ҡар күп булды, “Башкиравтодор” ойошмаһы етәк­сеһе Илфир Әхкәмов төп урам­дарҙы таҙартырға булышты, грейдеры менән ҡырсын түшәлгән юлдарҙы ла тәртипкә килтерә. Саҡмағоштоң дүрт биҫтәһендәге юлдарҙы торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ хеҙмәткәрҙәре хеҙмәтләндерә. Быйыл урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса мөрәжәғәттәр күп булды. Шулай ҙа бик тиҙ генә иреп бөткәнлектән, һыу баҫыу хәүефе булманы, – ти Фаил Әхнәф улы. –Биләмә башлығы булыу халыҡ алдында һиңә айырым бурыстар һәм яуаплылыҡ өҫтәй. Ышаныс белдергәндәр икән, уны аҡларға кәрәк. Биләмә башлығының эше ултырыштарҙа, йыйылыштарҙа ҡарар ҡабул итеү менән генә сикләнмәй, кешеләр араһында эшләргә, уларҙың тын алышын тойоп, борсоған һорауҙарына яуап бирергә кәрәк. Ауылда эш бөткәнме ни, халыҡ хәҙер хужалығын алып барыуҙан тыш, ихатаһын тәртиптә тотоу, йортон, ҡоймаларын зауыҡ менән биҙәү, буяу, өй алдарын аллы-гөллө сәскәгә күмеүгә ҙур иғтибар бирә. Ғөмүмән, саҡмағоштар – матурлыҡҡа ынтылып йәшәргә ғәҙәтләнгән халыҡ.

Ил өсөн еңел булмаған ваҡытта район халҡының күрше Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡанын яҡшы беләбеҙ. Саҡмағоштар кеше бәләһенә битараф түгел, уларҙа миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек тойғолары көслө.

– Мин үҙем, ошо районда тыуып үҫкән кеше булараҡ, биләмәнең йылдан-йыл күркәмерәк, кеше өсөн уңайлыраҡ була барыуын күреп ҡыуанам. “Башҡорт ихаталары” районыбыҙға яңы мөмкинлектәр, шатлыҡ-кинәнес алып килде. 2020 йылда ошо эште 2-се биҫтәлә дәртләнеп башлап ебәргәйнек. Ике ҡатлы 14 йорттоң фасадтарын ре­монтланыҡ, стеналарын йылыттыҡ, подъездарҙы тәртипкә килтерҙек, урамдарҙы яҡтырттыҡ, ихаталарҙы йәшелләндерҙек. Халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалды, “бындай һөйөнөслө хәлде төштә лә күрмәгәйнек”, тип һоҡланыуҙарын белдерҙе. Эшебеҙ менән танышырға Башҡортостан Башлығының килеүе көтөлмәгән хәл булһа ла, республика етәксеһе алдында йөҙөбөҙ ҡыҙарырлыҡ булманы.

Халыҡтың һорауы буйынса тормошҡа ашырылған тағы бер проект менән ғорурланам. “Ҡала мөхитен булдырыу” программа­һына ярашлы, “Урожай” стадионын төҙөкләндереү башланды. Ағастар ултыртылды, уңайлы юлдар һалы­на, стадион спорт ҡорамалдары, тренажерҙар менән йыһазланды­рыласаҡ волейбол майҙаны буласаҡ. Был биләмәлә йәш ғаиләләр күп, яҡында ғына лицей урынлашҡан, тимәк, “Урожай” стадионы йыл әйләнәһенә буш тормаясаҡ. Быйыл ошо эште еренә еткереп тамамларға тейешбеҙ. Халыҡтың әүҙемлеге проекттың тормошҡа ашыуына нигеҙ һалды.

Үткән йылдарҙа Саҡмағош йылғаһы буйын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш йәйелдергәйнек, уны быйыл тамамларға ниәтләйбеҙ. Олоһо-кесеһе өсөн бына тигән ял урыны буласаҡ. Яр буйына ваҡланған таш һалына, үлән сәселә, эскәмйәләр ҡуйыла. Ике яҡ ярҙы тоташтырған күпер проекттың ҡабатланмаҫ матур биҙәге булмаҡсы. Ял итеү зонаһына миләш, ҡарағай ағастары ултыртылды. Йәйен пляж эш­ләйәсәк. Быуаға капиталь ремонт яһалды, балыҡсылар рәхәтләнеп балыҡ ҡармаҡлай аласаҡ, тип һөйөнәм.

Саҡмағош ауылында ике блоклы ҡаҙанлыҡты сафҡа индергәс, халыҡтан байтаҡ рәхмәт һүҙҙәре ишеттек. Беренсенән, газ тотоноуға ярайһы экономия яһала, икенсенән, өйҙәр хәҙер йылыраҡ, өсөнсөнән, йылылыҡ өсөн түләүҙәр кәмене. Ҡаҙанлыҡ тулыһынса автоматлаш­тырылған, элек эшләгән алты хеҙмәткәрҙе алмаштыра.

Тормошҡа ашыраһы ниәттәр байтаҡ әле. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 73 контейнер майҙаны эшләргә тейешбеҙ. Халыҡ был хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшергә өйрәнде, 87 проценты даими түләй, – ти ауыл биләмәһе башлығы.

Һуңғы осорҙа ауылдарҙа яңғыҙ донъя көткән өлкәндәрҙең артыуы билдәле. Уларҙың хәл-әхүәлен бе­лешеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтә­лешен күҙәтеү, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу, оло юбилей­ҙарын ҡаршылаған хеҙмәт ветерандарына иғтибар күрһәтеү – барыһы ла ауыл биләмәһе етәксе­һенең күҙ уңында булырға тейеш. Быйыл 95 йәшлек юбилейҙарын билдәләгән, Саҡмағош ауылында йәшәгән хеҙмәт ветерандары Фәғилә Йыһаншина, Мөнирә Дәүләтгәрәеваны байрамдары менән ҡотларға ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының килеүе – уларға ҡарата оло хөрмәт, ихтирам билдәһе.

Ауыл биләмәһендә донъя көткән өс балалы 423 ғаилә, шул иҫәптән биш бала тәрбиәләгән 23 ғаилә һәм 11 балаға атай-әсәй булған ғаиләнең дә проблемалары һанап бөткөһөҙ. Фаил Әхнәф улы Ишморатов уңған ярҙамсылары менән ғаиләләргә социаль ярҙам сараларын аңлатыу, һәр береһенең тормош шарттары менән ҡыҙыҡһынып, булышлыҡ күрһәтеү буйынса күҙгә күренмәгән, әммә бик мөһим эштәрҙе башҡарыу менән дә мәшғүл.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА.

 

Саҡмағош районы.

Читайте нас: