Оҫтаның даны ете ауылға таралыр, тигәндәй, Йылайыр районының Юлдыбай ауылының иң оҫта ҡатын-ҡыҙҙары Миләүшә Моратова, Гөлнур Нәҙерғолова һәм Фатима Айытҡолованы районда ғына түгел, Сибай, Баймаҡ, Өфө ҡалаларында һәм күрше райондарҙа ла яҡшы беләләр.
Сибай ҡалаһында үткән туҡыусылар ярышында, Өфөләге “Башҡорт шәле”ндә, Хәйбулла районындағы төбәк-ара кәсепселәр форумында ҡатнашһындармы, күршеләренә балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрһендәрме – бар сараның уртаһында ҡайнай улар, үҙ эштәренән бай күргәҙмә әҙерләй, белгәндәрен башҡаларға өйрәтә.
Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы Юлдыбай ауылының “Ҡәнифә” ағинәйҙәр ҡорон етәкләй, төрлө саралар үткәреп тә өлгөрә. Саҡ ҡына ваҡыты булһа, ҡулына шәлен ала йәки балаҫ һуғырға тотона.
– Тәүҙә был шөғөл шәл бәйләүҙән башланды, аҙаҡ “Башҡорт шәле” фестивалдәренә саҡырыу алғас, ихласлап тотоноп киттем. Дебетте үҙебеҙҙең кәзәләрҙе тарап, иләп, әҙерләп алам. Ауыл дебетенә өҫтөнлөк биреүселәр күп. Заказ буйынса ла бәйләйем, һатып та ебәрәм, – тип һүҙ башланы Юлдыбай уңғаны. – Ҡул эшенә бер тотондоңмо, уны ташлап булмай. Бер ваҡыт мин балаҫ һуғыу станогын күреп ҡалдым да элек үҙебеҙҙең өләсәй-инәйҙәр эшләгән турпыша һуғыуға тотоноп киттем. Сибай ҡалаһында үткән туҡыусылар фестивалендә ҡатнашып, Бөрө, Архангел оҫталарынан өйрәнеп, үҙем балаҫ һуғыуға ихласлап тотондом. Станоктарын да һатып алдым, хәҙер үҙем дә оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм.
Уңған ҡатын янында үҙе кеүек оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йыйыла. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районынан килен булып төшкән Гөлнур Нәҙерғолова бәләкәйҙән шәл бәйләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, был шөғөлгә ныҡлап тотонған. “Шәл бәйләп донъя ла көттөк, балалар ҙа уҡыттыҡ”, – тип йылмая ул. Уңған ҡатын шулай уҡ селтәр, ҡашмау эшләү менән дә шөғөлләнә, бәләкәйҙән бәйләп өйрәнгән шәлен дә ҡулынан төшөрмәй.
Юлдыбай ауылы ҡыҙы Фатима Айытҡолованың шәл бәйләүгә ныҡлап тотоноуы студент йылдарына барып тоташа. Бер бүлмәлә йәшәгән Ейәнсура ҡыҙҙарына эйәреп, ул да шәл бәйләү менән булыша. Белгән һөнәр һис тә ҡамасаулыҡ итмәй, киреһенсә, ярап ҡына ҡала.
Бөгөн геройҙарымдың барыһы ла хаҡлы ялда. Ауылдың хөрмәтле ағинәйҙәре буш ваҡыттарында Миләүшә Моратованың өйөнә кис ултырыуҙарға ла, мәҙәниәт йорто янындағы түңәрәккә лә йөрөй. Белгәндәрен йәш ҡыҙҙарға һәм килендәргә өйрәтеп, үҙҙәре лә уларҙан өйрәнеп, һуҡҡан балаҫтарының матурлығынан йәм табып, бәйләгән шәлдәренән бер аҙ табыш, яһаған биҙәүестәренән нур алып йәшәй Юлдыбай ауылының оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары.
Кәримә УСМАНОВА
Йылайыр районы.