Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2022, 17:40

Туймазы тауарын – Донбассҡа

Завод хеҙмәткәрҙәре тауарҙарының беренсе партияһы Донбассҡа киткәненә шат. Әле был ер тергеҙеүгә бик мохтаж шул. 

Туймазы тауарын – Донбассҡа
Туймазы тауарын – Донбассҡа

Туймазы ҡалаһының резина-эшкәртеү заводында шиндарҙы эшкәртеү буйынса линияны эшкә ҡушҡандар. Ул тәүлегенә 10 тоннаға тиклем туҙған шиндарҙы эшкәртеүгә һәләтле. Предприятиела ҡуйылған ҡорамал бөтә төр шиндарҙы ла эшкәртеү мөмкинлеген бирә, шул иҫәптән бик ҙурҙарын да. Һөҙөмтәлә юғары сифатлы резина валсығы сыға. Был продукцияны “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырған саҡта спорт һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереүҙә файҙаланырға була.

– Урындағы етештереүсенең тауары сифатлы икән, уға иғтибар итергә кәрәк. Әгәр Башҡортостанда яңы предприятиелар барлыҡҡа килә һәм уларҙың тауарҙарын беҙ төҙөкләндереүҙә файҙалана алабыҙ икән, бынан бөтәһенә лә файҙа ғына буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта был тауарҙарға ихтыяж арта ғына. Был Башҡортостанда федераль һәм республика программалары сиктәрендә бик күп төҙөкләндереү эштәре алып барыуға бәйле, – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.

Был тауар Башҡортостанда ғына файҙаланылып ҡалмай, уның тәүге партияһын, 10 тонна юғары сифатлы резина валсығын, етенсе ылау менән Донбассҡа ла ебәргәндәр. Шулай уҡ министрлыҡ белгестәренән торған ҙур команда ла киткән, улар инфраструктураны тергеҙә һәм төҙөкләндереү менән шөғөлләнәсәк.

– Беҙҙең тауарҙың беренсе партияһы Донбассҡа киткәненә шатбыҙ. Әле был ер тергеҙеүгә бик мохтаж. Бәлки, унда ла балалар өсөн хәүефһеҙ япмалы майҙансыҡтар барлыҡҡа килер, – тине “РПЗ” ойошмаһының генераль директоры Артур Ғүмәров.

Шуныһын да билдәләргә кәрәк, предприятие шиномонтаж сервистары янында кәрзиндәр ҡуя һәм халыҡтан иҫке шиндарҙы бушлай алыу пункттары ойоштора. Бының менән улар тыуған яғының экологияһы тураһында ла ҡайғырта. Завод хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә законһыҙ сүплектәргә бара һәм намыҫһыҙ предприятиелар ташлаған иҫке шиндарҙы йыйып ала. Бер нисә ай эсендә предприятие һәм халыҡ көсө менән 120 тонна шин йыйылған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Туймазы тауарын – Донбассҡа
Туймазы тауарын – Донбассҡа
Туймазы тауарын – Донбассҡа
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: