Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Баймаҡ ҡалаһында булдырылған уңайлы мөхит тураһында яҙҙы.
“Баймаҡ. Үҙгәрештәр еле” – бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән проекттарҙың береһе, – тигән Радий Фәрит улы. – 2020 йылда Башҡортостанда был тәңгәлдә еңеүселәр 13 ине, 2021 йылда алтау булдылар. Беҙ уңайлы, күркәм, алдан ныҡлы уйланылған йәмәғәт урындары Өфөлә генә түгел, тотош республикабыҙҙа булһын өсөн тырышабыҙ. Федераль конкурстар ошо йәһәттән ныҡ ярҙам итә".
Радий Хәбиров әйтеүенсә, элек Баймаҡтың үҙәгендәге был майҙанда туҡталҡа булған, хәҙер иһә амфитеатр, сәхнә, ҡоро фонтан, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ төҙөләсәк, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Эштәр һуҙылған, шуға ла подряд ойошмаһын алмаштырғандар. Матурлыҡ мотлаҡ булдырыласаҡ, был ер һәр кемдең иң яратҡан урынына әйләнәсәк, тигән республика етәксеһе.
Фото: Р. Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.