Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды. Республика етәксеһе унда Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙанын ҡараны, уны төҙөкләндереү йәһәтенән кәңәштәрен еткерҙе.
“Баймаҡ. Үҙгәрештәр еле” проекты Бөтә Рәсәй конкурсының (Башҡортостандан 2020 йылғы уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсы) икенсе этабында һигеҙ еңеүсе араһына ингән. Тимәк, киләсәктә ҡаланың үҙәк майҙаны төҙөкләндереләсәк, шулай уҡ район хакимиәте бинаһының теге яғындағы биләмәһе, Салауат Юлаев исемендәге парк участкаһы һәм башҡа урындар ҙа күркәм төҫ аласаҡ.
“УралСпецСтрой” подряд ойошмаһының генераль директоры Артем Сементеев белдереүенсә, проект ике өлөштән тора. Башта оҫталар плитә һала һәм әҙерлек эштәрен башҡара, ә инде аҙаҡтан биләмәне төҙөкләндерә башлаясаҡ, газон һаласаҡ һәм башҡа эштәрҙе башҡарасаҡ. Беренсе этапты 2022 йылдың июнь айына тамамларға уйлайҙар.
Майҙанды ҡарау барышында Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 96 йәшлек Ғәйзулла Әблүзин менән әңгәмәләште. Баҡтиһәң, хөрмәтле ветеран көн дә ошо паркка һауа һуларға сыға икән.
Әйткәндәй, Радий Хәбиров “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яҙыуынса, элек Баймаҡтың үҙәгендәге был майҙанда туҡталҡа ине, ә хәҙер амфитетар, сәхнә, ҡоро фонтан, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ, эскәмйәләр буласаҡ. Был – һәр кемдең иң яратҡан урынына әйләнәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.