Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май , 19:38

Фатир

Барыһы ла фатир арҡаһында килеп сыҡты. Һуғышты үткән ветерандарға торлаҡ бирә башлағас, тыныс ҡына үҙ көн­дәрен үҙҙәре күреп ятҡан Ғәзи­зә ҡарсыҡ менән Закир ҡарт­тың тормошоноң рәте китте.

Алты баланың бишеһе ситтә йәшәй. Кесе ҡыҙҙары Лилиана ғына ире Илдус менән ауылда. Тормоштары етеш ҡарт менән ҡарсыҡтың да, балаларының да. Ҡарттар ай һайын икеһенә килеп торған 60 мең һум пенсия аҡсаһын ике айҙың береһендә, унар мең һум итеп, алты балаға бүлеп биреп килделәр. Ҡайҙан килеп сыҡты был фатир биреүҙәре?!

Лилиана ире менән килеп, ата­һын дауаханаға йөрөтә башланы. Атаһының һаулығына бер зары булмаған килеш алды ла сығып китте, алды ла сығып китте.

– Ветерандар өсөн махсус программалар эшләй. Гел ҡарап, тикшереп торалар һаулыҡтарын, – тип аңлатты әсәһенә. – Әсәй, атай­ҙың документтарын да ошо пакетҡа һал, – тиергә онотманы.

Барҙы Закир ҡарт район үҙәгенә. Бер барҙы, өс барҙы, биш барҙы...

9 Май байрамына алты бала ла тыуған йортҡа йыйылды. Бүләк­тәр, күстәнәстәр менән ҙурланылар атай-әсәйҙәрен. Табынға ултырыштылар.

– Атай, тағы ла оҙаҡ йәшәгеҙ әле әсәй менән. Һеҙгә ҙур шатлыҡ, иң ҙур байлыҡ – сәләмәтлек теләй­беҙ, – тине өлкән улдары Әниф.

– Әсәй, хәҙер һәр ветеранға фатир бирәләр бит. Көсөгөҙ йылдан-йыл артмай. Беҙҙең ҡалала яңы йорттар төҙөлә. Ҡышҡылыҡҡа барып йәшәргә икегеҙгә уңайлы шарттары булған бер фатир алырбыҙ, – тине икенсе улдары Кәрим.

Ҡыҙ туғандары ла: “Шулай ит­һәк, дөрөҫ булыр, дөрөҫ”, – тиеште.

– Алынды инде фатир. Һуңла­ны­ғыҙ... – тине табын ситенән урын алған Лилиана.

– Нисек алынды? Ҡайҙан алынды? Ҡасан? – Туғандар бер-береһенә ҡарашты. Ғәзизә ҡарсыҡ телдән ҡала яҙҙы.

– Алдыҡ беҙ фатирҙы. Унда ми­нең ҡыҙ Лиана менән Ришат кейәү йәшәй...

– Нисек инде? Әсәй, был ни ­ һүҙ? Атай, бәлки, һин аңлатып бирерһең?

– Йә, Закир, һөйлә, был ни хик­мәт? – тине аптыраған Ғәзизә лә.

Ҡарт туҡмаслы һурпа ашап ул­тырған йомро башлы ауыр ҡалағын шап иттереп өҫтәлгә һуҡты.

– Етте! К чурту бында фатир бүләһегеҙ! Юҡ фатир һеҙгә!

– Беҙгә түгел, ул һиңә бирелгән фатир, атай.

– Лиана менән Ришатҡа бирел­мәгән бит ул...

Илдус башын эйеп ултырҙы ла тәмәке тартырға сығып китте.

– Һеҙ барығыҙ ҙа ситтә. Атайҙың ҡайтып хәлен дә белмәйһегеҙ. Сир­ләһә лә беҙ ҡарайбыҙ. Фатир беҙгә тейеш. Атай шулай тине. Бөтә документҡа ҡул ҡуйҙы, – Лилиана үҙен тыныс тотто.

– Эшләп алһындар ине Лианаң менән кейәүең.

– Әле йәштәр, атайҙың фатиры ни өсөн Лианаға ҡалырға тейеш?

– Закир, аңлат балаларға ла, миңә лә, ни ҡылдың? – тип ҡабатланы Ғәзизә.

– Лығырҙап ултырма бында! Һинең менән һөйләшкән кеше юҡ! Вот так!

Табындың йәме китте. Байтаҡ ғүмер кисергән, ауыҙынан бер ауыр һүҙ сығарғаны булмаған Закирҙың ҡыланышынан ҡарсыҡтың күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Үҙен ҡулға алып, һүҙ башланы:

– Был ҡәҙәр булырһың тип уйламаған инем, Закир. Кешесә эшләрһең, тип көткән инем. Фатирҙы алып, һатып, алты балаға аҡсаһын бүлеп бирһәк, дөрөҫ булыр ине. Ниңә былай яңылыштың? Ниңә кәңәш итмәй эшләнең? Алты балаң, мин яуап көтәбеҙ! Ниңә өндәшмәйһең?

– Һинең менән һөйләшкән кеше юҡ. Лығырҙап ултырма! – тине тағы Закир.

Балалар, инде күптәре хаҡлы ялға сыҡҡан ике ул, ике килен, ҡыҙ-кейәүҙәр, әкрен генә ҡуҙғалып сығып китте. Лилиана ғына ҡалды.

...Туғандар бер-береһенә сит кешегә әйләнде. Аштың тәме, өйҙөң йәме юғалды. Элекке кеүек асылып китеп һөйләшмәнеләр, аҫҡа ҡарап ҡына йөрөнөләр. Лилиана менән ире Закир ҡартты төрлөсә алдаштырып, имзаларын ҡуйҙырып, фатирҙы берҙән-бер ҡыҙына рәсмиләштереп ҡуйған­лығы асыҡланды. Түҙмәне Ғәзизә, Лилианаһына әйтәһен әйтте:

– Бер ҙә кәрәкмәгәнде ҡылан­дың. Һинең балаңа ғына тейеш түгел ине фатир. Түгел ине... Туғандарың менән йәмһеҙләш­тегеҙ. Атайың менән мине асыулы иттегеҙ. Әрнеп әйтәм: балаң фатирҙың игелеген күрмәһен...

Балалары таралышҡас, Закир ҡарт гел уйланып йөрөнө. Төндәрен йоҡлай алмай аҙапланды, күҙ алдына гел балалары килде. Әле береһе килеп ҡулын тартҡылай, фатир таптыра, әле икенсеһе килә... “Кит, кит...” тип ҡулдарын бутай-бутай, уларҙы аралайым тигәндә, Ғәзизәһе килеп етә.

– Тағы һаташаһың... Һаташыр­лыҡ ҡылыҡ яһаның шул, Закир... Һаташырлыҡ та шул...

Тора-бара ҡарт кешене танымай башланы, үҙ ғәмәлдәрен үҙе аң­ламаҫлыҡ хәлгә килде. Тәҙрә төбөндәге гөл һауыттарын иҙәнгә алып осорҙо, һауыт-һабаны ҡырҙы, ҡысҡырына-ҡысҡырына кемделер ҡыуҙы... Ғәзизәнең тормошо тамуҡ­ҡа әйләнде. Ситтә йәшәгән балалары түгел, яндағы Лилианаһы ла, кейәүе Илдус та күренмәне, өйгә һуҡмаҡты һыуытты...


Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

Читайте нас в