Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май , 19:30

Итәғәтлек һаҡлау нимәгә килтерә?

Дөрөҫлөк баш ҡалҡытҡансы, алдаҡ ярты донъяны урап сығырға өлгөрә.

Итәғәтлек һаҡлау нимәгә килтерә?
Итәғәтлек һаҡлау нимәгә килтерә?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров телеграм-каналында түбәндәге яҙманы ҡалдырған.

"Беҙҙең дуҫ булмаған көнбайыш партнерҙарына алдаҡты файҙаланыу еңелгә тура килә, – ти Андрей Геннадьевич. – “Дөрөҫлөк баш ҡалҡытҡансы, алдаҡ ярты донъяны урап сығырға өлгөрә”, тигән Уинстон Черчилль. Беҙ йыш ҡына итәғәтлек һаҡлайбыҙ һәм оҙаҡ көтәбеҙ, ә улай итергә ярамайҙыр".

Андрей Назаров билдәләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы статистикаһынан белеүебеҙсә, беҙ 27 миллион тирәһе кешебеҙҙе юғалттыҡ. Һигеҙ миллиондан ашыуы – хәрбиҙәр, шуның 6,5 миллионы кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыу, 1,5 миллион кеше концлагерҙа үлгән. Ҡалғандары тыныс тормошта вафат булған. Бүтәнсә көтөү мөмкин түгел ине. Рәсәй Президенты, бәхеткә күрә, быны күптән белде һәм тейешле саралар күрҙе.

"Дуҫ булмаған илдәргә газды һумдарҙа түләргә Владимир Путин 23 мартта ҡушты, Евросоюздың санкцияларына ҡаршы яуап итеп эшләне быны, – тине Андрей Назаров. – Ә 31 мартта шул турала указға ҡул ҡуйҙы. Президент, кире осраҡта, Рәсәйҙең газ биреүен туҡтатыуын белдерҙе".

Фото: А. Назаровтың телеграм-каналы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в