Быйыл “Башҡортостан” гәзитенең 4 февраль һанында Айгөл Айытҡолованың “Матбуғаттың йөрәге – ул халыҡ” тигән мәҡәләһен уҡып, бөгөнгө йәмәғәтселекте борсоуға һалған ваҡытлы матбуғатҡа яҙылмауҙың сәбәптәрен үҙем аңлағанса яҙмаҡсы булдым. Автор мәҡәләһендә хәҙерге аяныслы хәлдән сығыу юлдарын уҡыусылар менән асыҡларға, кәңәшләшергә тырыша. Эйе, был урында ныҡ уйланаһы, мәсьәләнең сәбәптәрен асыҡлайһы бар.
90-сы йылдарға тиклем илебеҙҙе иң күп уҡыған, гәзит-журналдар алдырған ил тип беләләр ине. Ни өсөн халыҡ ҡапыл матбуғаттан айырылды?
Бер маҡсат, уртаҡ ынтылыш менән йәшәгән күп милләтле СССР-ҙың көтмәгәндә тарҡалыуы бөтә халыҡты шаңҡытты, кеше юғалып ҡалды. Колхозсы 70 йыл буйы хәләл хеҙмәте менән йыйған дөйөм мөлкәтенән мәхрүм ителде, эшселәр завод-фабрикаһын юғалтты. Күпселек эшһеҙ ҡалды. Бындай осраҡта гәзит-журнал алдырыу ҡайғыһы бармы ни? Барыбыҙҙы дәртләндергән уртаҡ идеялар, маҡсаттар, илде үҫтереү өсөн төҙөлгән ҙур пландар селпәрәмә килде. Артабан нисек йәшәү, ғаиләне тәьмин итеү, йән аҫрау хәстәре менән янды халыҡ. Ил власына яңы етәкселәр килде, әммә сатнаған системаны юлға һалыу кәрәгенсә барып сыҡманы. Ошондай ҡатмарлы осорҙа шағир Рауил Бикбаев:
Ни көтә ярылған илде,
Нишләр сатнаған Ватан? –
тип ил өсөн әсенеүен белдергәйне.
Халыҡ ирекһеҙҙән йәнә Себергә йән аҫрау өсөн сығып китте. Бөгөн дә байтаҡ йорт хужалары, ғаиләһенән айырылып, айҙар буйы шунда эшләй. Ҡатын-ҡыҙ бала-сағаһы менән өйҙә, иренең аҡса алып ҡайтыуын көтә. Ә ауылда эш юҡ, элек ең һыҙғанып тир түккән мәлдәрҙе һағынып һөйләргә генә ҡалды. Ул ваҡытта гәзит-журналға яҙылған кешеләр үҙҙәре лә ваҡытлы матбуғатҡа хәбәрҙәрен, мәҡәләләрен ебәреп, тәҡдимдәре менән уртаҡлашыр ине.
Алдымда – атайым Ғибаҙулла Бейешевтең альбом итеп йыйып ҡалдырған гәзиттәре. 1917 йылдың 1 мартында сыҡҡан “Башҡурдистанъ” гәзите... “Совет Башҡортостаны”ның 1960 – 1970 йылдарҙағы һандарында ауыл халҡынан килгән хаттарҙа колхоздарҙың ысынбарлыҡтағы хәле көҙгөләгеләй сағыла: етешһеҙлектәр тураһында асыҡтан-асыҡ яҙылған мәҡәләләр, тәҡдимдәр, ауырлыҡтан сығыу юлдары тураһында фекер алышыуҙар... Халыҡсан телдә яҙылған, ҡиммәтле фекерҙәр менән байытылған баҫмалар.
Тимәк, ул дәүерҙә матбуғат ябай кеше – колхозсы, эшсе, уҡытыусы, табип һүҙенә өҫтөнлөк биргән. Хөкүмәт етәкселәре лә, күрәһең, халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалып эш иткән. Урынлы тәнҡиткә лә гәзиттә урын табылған, юғары вазифа биләгән етәкселәрҙең уларға тейешле яуаптары ла бирелә барған. Бына тап ошонда вазифалы кешеләрҙең халыҡ менән берҙәмлеге, фекер уртаҡлығы күренә.
Тәнҡит – ул кешене яңылыш юлдан арындырыуҙағы иң уңайлы, дөрөҫ юл, “сама” тигән нәмәне иҫкә төшөрөп тороуҙағы тәьҫирле ысул. Бөгөнгө матбуғат биттәрендә күп осраҡта ҡоро тел менән яҙылған мәҡәләләр, отчет рәүешендәге мәғлүмәттәр урын ала. Бер яҡлы, йыш ҡабатланған бер үк мәғлүмәттең төрлө баҫмаларҙа баҫылыуы, ябай кешеләрҙең фекере яңғырамауы халыҡты ваҡытлы матбуғаттан айырҙы, сөнки йөҙөн юғалтҡан, халыҡ ораны булыуҙан туҡтаған баҫма ышанмаусанлыҡ тойғоһо тыуҙыра. Халыҡты алдаштырып булмай, ул һәр саҡ тормош ҡаҙанында ҡайнай, донъяуи мәсьәләләрҙең бөгөн нисек хәл ителеүен үҙ күҙҙәре менән күрә, ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә күтәрә, ул яҡшыһына ла, яманына ла шаһит. Ә “был ауылда концерт булған”, бында “күңелле туй үткән”, кемдер “айырылышҡан”, кемдер “шунса аҡса алған” тигән буш хәбәрҙәр бөгөн халыҡты ҡыҙыҡһындырмай. Тормоштоң ыңғай яҡҡа үҙгәреренә өмөт тыуҙырған, быуынға төшкән, йәнгә тейгән мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән хәбәрҙәр булһа, бәлки, кеше баҫма менән ҡыҙыҡһыныр, аҙаҡҡы аҡсаһына булһа ла яҙҙырыр, уҡыр ине. Ҡоро, буш хәбәрҙән бәндә арыны.
Тормош бит ҡыҙыҡ-мыҙыҡтан, уйын-көлкөнән генә тормай. Шуға күрә уны төрлө яҡлап, нисек бар шулай күрһәтеү кәрәк, хәҙер халыҡ белемле, бөтәһен дә күрә, аңлай һәм баһалай белә. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтмешләй: “Һәр нәмәлә асыҡлыҡ кәрәк”.
Матбуғат хеҙмәткәрҙәренә лә бөгөн еңел түгел, улар эште юлға һалыу өсөн яңынан-яңы ысулдар эҙләй. Һәр гәзит-журнал үҙенең баҫмаһын танытырға, таратырға тырыша. Уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн баҫмаларын сифатлы ҡағыҙҙа баҫа, төҫлө һүрәттәр менән биҙәй... Ләкин матбуғатҡа яҙылыу һүлпән бара. Тимәк, эш ялтырауыҡлы ҡағыҙ, төҫлө һүрәттәрҙә түгел, ә йөкмәткеһендә, халыҡҡа яҡын, донъяуи мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан мәҡәләләр булыуында. Был ҡатмарлы мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн берҙәм рәүештә йәмәғәтселек, дәүләт кимәлендә эшләү кәрәк.
Бәхеткә күрә, республика етәксеһе Радий Хәбиров, матбуғат баҫмаларының ролен яҡшы аңлап, халыҡ менән аралашыу мөмкинлеген файҙаланып, уға бер ни тиклем йән өрҙө. Матбуғат – ул етәксенең уң ҡулы, фекерҙәше, кәңәшсеһе. Халыҡ менән бергә йәшәгән матбуғат – ябай халыҡтың ҡан йөрөшө, йөрәк тибеше.
Совет дәүерендә был мәсьәлә менән партия һәм профсоюз ойошмалары шөғөлләнде. Бөгөн бындай эш юҡ дәрәжәһендә. Баҫмаларҙы таратыу матбуғат хеҙмәткәрҙәре иңенә генә һалынырға тейеш түгел, дәүләт етәкселеге үҙе ошо эште атҡарыуҙа ҙур өлөш индерергә бурыслы. Партия ағзалары ла ситтә ҡалмаҫҡа, элекке замандағы кеүек беренселәрҙән булып баҫмаларға яҙылырға тейеш, минеңсә.
Ә почта нисек эшләй һуң? Күптәре ябылды. Элек төпкөл ауылдарға ат егеп, арбаға гәзит-журналдар тейәп йөрөрҙәр ине. Хәҙер тарихта ғына ҡалды “почта” һүҙе. Ҡалала яҙылып та, уны ваҡытында алып булмай. Быға мин үҙем шаһит, бынан өс йыл элек гәзиткә яҙылып та, уны ала алмай яфаландым. Быйыл заказ менән ебәрелгән конвертты ала алмай ҡаңғырҙым. Оҙаҡ ваҡыт телефонды алыусы булманы. Ахырҙа бәйләнешкә ингәс: “Килтерербеҙ, тик аҡса түләргә кәрәк булыр”, – тип шаҡ ҡатырҙылар. Бына заман нисек үҙгәрҙе, аҡса – барыһына ла баш.
Беҙ бөгөн матбуғатҡа яҙылыуҙа ябай халыҡҡа баҫым яһайбыҙ, уларҙың намыҫына тейергә тырышабыҙ. Ә илгә етәкселек иткән, халыҡ яҙмышына яуаплы етәкселәр яҙыламы икән? Күп кенә зыялыларҙың да был эшкә битарафлығын беләбеҙ. Үтә аяныслы хәл.
Һәр йыл юғары вазифалы етәкселәр үҙҙәренең йыллыҡ килемдәре тураһында мәғлүмәт бирә. Шуның менән бергә йыллыҡ матбуғатҡа яҙылыу тураһында ла эш урынында декларация бирһәләр, дәрәжәләре күтәрелер ине, минеңсә. Республика баҫмаларына яҙылыуҙы мин уларҙың мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләйем. Бөгөн тик урта быуын һәм оло йәштәгеләр гәзит-журналдың торошо менән ҡыҙыҡһына, уларҙа электән килгән ил тормошо менән янып йәшәү тойғоһо һаҡланған.
Ата-бабаларымдың “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыуҙарына оҙаҡламай 105 йыл тула. Минең күңелемдә үҙ телемдәге баҫмаларға ҡарата бөтмәҫ ғорурлыҡ тойғоһо йәшәй, рухи байлыҡтан айырылырға Хоҙай ҡушмаһын! Илебеҙ һәм республикабыҙҙың тарихи йылъяҙмаһын күмәкләп яҙыу, уны һаҡлау – беҙҙең бурыс. Матбуғатты, тимәк, Башҡортостаныбыҙ тарихын һәм яҙмышын үҙебеҙҙең балаларыбыҙға аманат итеп тапшырыу – һәр беребеҙҙең выжданында.
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.