Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май , 19:41

Ҡул сәғәте

Беҙ етенсе класта уҡыған йыл. Кластағы дүрт малай ҡышҡы айҙарҙа ҡарағай тубырсығын йыйып, уны урмансы Ҡәүи ағайға тапшырып, “Ракета” тигән ҡул сәғәттәре алдылар.

Башта Илшат беләгенә таҡты сәғәтте. Атаһы Балтастан алып ҡайтып биргән. Ике аҙнанан Илфатҡа ла ошо бәхет тәтене. Ике көндән Илшаттың атаһы Нәфис ағай Рәдисте сәғәтле итте. Илгизгә иһә атаһы Бөрө ҡалаһынан һатып алып ҡайтҡан. Рауил ағай колхоз­дың яғыулыҡ-майлау материалдары ташыуға махсуслашҡан автома­шинаһын хеҙмәтләндерә – көн һайын Бөрөгә йөрөй.

Күрһәгеҙ һеҙ, ҡулдарына күн ҡайышлы сәғәт тағып, мәктәпкә килгән малайҙарҙың шатлығын! Улар бер көн, юҡ, бер аҙна эсендә егет булды ла ҡуйҙы! Дәрестә ултырғанда беҙ, класташ ике ҡыҙ, Эльмира менән мин яңылышып ҡына Илшат йә Илфат яғына ҡарап алһаҡ, шунда уҡ еңдәрен күтәреп, һул ҡулдарына тағылған сәғәттәрен асып ҡуялар. Тәнәфестә лә еңдә­рен һыҙғанып йөрөйҙәр. Йәнәһе, башҡалар ҙа күрһен сәғәттәрен! Уларҙа ғына бар бит әле ундай сәғәт! Хаҡы ла 29 һум икән!

Улай ғына ни әле! Кеше нимә генә һөйләһә лә, улар телендә гел шул сәғәт. Үҙҙәре эшләп тапҡан мал бит. Уҡытыусылар алдында ла бер башҡа үҫеп киттеләр. Аҙналыҡ линейкала завуч Фәүзи Зәкиевич үҙҙәрен башҡаларға өлгө итеп ҡат-ҡат һөйләне.

Тик, ни хикмәт, шатлыҡ оҙаҡҡа барманы. Әллә класташтары­быҙҙың шатлығына күҙ тейҙе, физкультура дәресендә күңелһеҙ хәл килеп сыҡты.

Мәктәптәге майҙанда футбол уйнайбыҙ. Илгиз – яҡшы ҡапҡасы. Илфат бигерәк һәйбәт уйнай футболды. Тупты шәп индерә, һиҙмәй ҙә ҡалаһың, әммә Илгиз бирешмәй. Илфат нисек кенә етеҙ ҡыланһа ла, ҡапҡанан индермәй ҙә ҡуя.

Бер мәлде ул, елдәй уйнатып, беҙҙе алдатып, тупты ҡаршы яҡ команда ҡапҡаһына алып китте. Бер ынтылды гол индерергә, ике ынтылды, юҡ, Илгиз бирешмәне. Тағы һөжүм итеп ҡараны. Ҡапҡасы тупты ятып ҡалып булһа ла тотто. Гол инмәне. Шул мәлдә... Илфат әллә ғәрлегенән, әллә асыуынан Илгиздең ҡулындағы тупҡа йән асыуы менән килтереп типте. Бер типте, ике... Илгиз бөгәрләнеп ята бирҙе. Илфат эште аңлағанда, һуң ине инде. Үҙенең хатаһын аңлап башлығын һалып ырғытты ла, йәмһеҙ тауыш сығарып, үкенеүен белдерҙе: “А-а-ахххх...”

Барыбыҙ ҙа Илгиз янына йы­йыл­дыҡ. Ҡулындағы сәғәттең быялаһы селпәрәмә килгән, циферблаты имгәнгән...

Илгиз үҙе ҡып-ҡыҙыл булған, тик Илфатҡа асыуланманы. “Юрый ватманың бит...” – тип тыныс ҡына сәғәтен сисеп ҡайтырға ҡуҙғалды.

Физкультура һуңғы дәрес ине. Ситтә хеҙмәттәштәре менән һөй­ләшеп баҫып торған уҡытыусыбыҙ уны-быны һиҙмәне лә, уйындың туҡтағанын күреп, беҙгә ҡайтырға рөхсәт итте.

Беребеҙҙә лә уйын ҡайғыһы ҡалмағайны инде.

– Их, Илфат, ни эшләйбеҙ инде хәҙер? – тине уның иң яҡын дуҫы Илшат.

Илфат, яуап итеп, башын тотоп ыңғырашып ҡына ҡуйҙы:

– Ы-ы-ыһһһ...

– Иртәгә Рауил ағай мәктәпкә килер инде. Үҙе алып ҡайтып биргән сәғәт бит. Нимә тип әйтербеҙ икән? – Илшат Илфаттың хәлен еңеләйтергә тырышып һөйләнде.

– Нимә тип әйтәбеҙ? Дөрөҫөн әйтәбеҙ, үҙемдең сәғәтте Илгизгә бирермен инде, – тине Илфат, ҡулындағы сәғәтен һыпырып.

– Может килмәҫ тә әле, – тип һөйләнде Рәдис.

– Килмәй ти инде, сәғәт тиклем сәғәтен ват та, килмәһен, ти!

Барыбыҙ ҙа баштарҙы эйеп таралыштыҡ. Илфат менән Илгиз­дең сәғәте өсөн борсолоуыбыҙ сикһеҙ ине.

Икенсе көндә иртә менән мәк­тәпкә, класҡа, йыйылдыҡ. Рауил ағай нисегерәк килеп инер, нимә булыр? Барыбыҙ ҙа йыйылып бөттөк. Илгиз һаман юҡ. Сәғәт туғыҙ тулырға ун биш минут ҡалды. Беҙ инде ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, атаһы менән Илгизде ике ҡатлы бинаның балконына сығып көтәбеҙ. Юҡ, күренмәйҙәр. Нимә уйларға ла белмәйбеҙ. Илфаттың бөтөнләй төҫө ҡасҡан, кәйефһеҙ.

– Иртән аҙбарҙа мал ҡарап килә бит ул. Эше бөтмәгәндер әле, – ти партала Илгиз менән ултырған Рәдис.

Бына офоҡта Илгиз күренде. Рауил ағай – юҡ.

Класташыбыҙҙың үҙен генә күргәс, еңел һулап ҡуйҙыҡ. Ә башта мең төрлө һорау: “Ниңә Рауил ағай килмәгән?”, “Илгизде өйҙә бик ныҡ әрләнеләрме икән?”, “Рауил ағай ҡасан мәктәпкә килер, нимә булып бөтөр икән?”

Ҡар баҫҡан балконға сығып те­ҙелгән беҙҙе күргәс, Илгиз ҡул бол­ғап сәләм бирҙе. Кәйефе шәп. Әй­терһең, кисә сәғәте лә ватылмаған!

Илгиз ҡапҡанан инеүгә, теҙеле­шеп баҫҡыстан класташыбыҙҙың ҡаршыһына йүгерҙек.

Иң алдан Илфат саба.

– Сәләм, Илгиз! Нимә, Рауил ағайҙан ныҡ эләктеме кисәге өсөн? – тибеҙ.

Ә уның иҫе лә китмәй:

– Нимә өсөн? – ти.

– Нисек, нимә өсөн? Сәғәт өсөн! – ти Илфат.

– Ә-ә-ә, уны онотоғоҙ инде, иптәштәр. Мин уны атайға, аҙбарҙа һарыҡ тибеп ватты, тинем...

Беренсе дәрескә саҡырып ҡың­ғырау сыңланы. Беҙ шатланып дәрескә ашыҡтыҡ.

 

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

Читайте нас в