Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
“Экс-министрҙар, айырыуса мәғарифта, бер ҡасан да булмай. Миңә күп милләтле ҙур республиканың хатта ике тапҡыр “төп уҡытыусыһы” булыу бәхете тейҙе. Башҡортостандың мәғариф өлкәһе – округта һәм илдә иң ҙур, йылдам үҫкән тармаҡтарҙың береһе. Республикала мәктәп төҙөлөштәренең әүҙем барыуы һөҙөмтәһендә балаларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы һәм, әлбиттә, элекке мәғариф министрҙарын ҡыуандырып, йыл һайын белем биреү учреждениелары реконструкциялана, яңылары асыла.
Һәм бына йәнә яҡшы хәбәр! Өфө ҡалаһының Киров районындағы йәш һәм әүҙем төҙөлгән биҫтәләрҙең береһендә, Кузнецов затонында, баш ҡаланың 450 йыллығына (2024 йылда) өр-яңы, заманса мәктәп төҙөлә. Бында йәш ғаиләләр, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар байтаҡ, әле ата-әсәләрҙең күбеһе сабыйҙарын алыҫтағы төрлө мәктәптәргә йөрөтөргә мәжбүр. Бәхеткә күрә, тиҙҙән бында мәктәп асыласаҡ – “Көньяҡ ҡапҡа” биләмәһендә комплекслы төҙөлөш алып барыуға ярашлы, ғәйәт ҙур участка бүленгән. Ул бер нисә бинанан – башланғыс һәм өлкән кластар өсөн дүрт ҡатлы уҡыу корпустарынан, ашхананан һәм тамаша залынан, бер һәм ике ҡатлы спорт блогынан һәм хужалыҡ бинаһынан торған комплекслы белем биреү үҙәген тәшкил итәсәк. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн футбол майҙаны, йүгереү юлдары, баскетбол, еңел атлетика, волейбол, өҫтәл теннисы, I–IV һәм V–IX кластар өсөн хәрәкәтле уйын, IX–XI кластар өсөн тыныс ял майҙансыҡтары һәм башҡалар булдырыла. Тотош мәктәп ҡаласығы үҫеп сыға!
Кузнецов затонында дуҫтарым, элекке студенттарым, таныштарым йәшәй. Һәм яңы мәктәп биҫтәлә йәшәгән өлкәндәргә лә, йәштәргә лә республиканың ысын юбилей бүләге буласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән мәктәп капиталь төҙөлөш объекттары исемлегенә индерелгән”, – тип яҙған ул.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.