Йыл башланып, дүрт ай үтеүгә республикала йәмғеһе 315 мунса янған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа ике кеше һәләк булған, 11 кеше зыян күргән.
Бындай күңелһеҙ статистиканы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы килтергән. Иң беренсе сиратта янғынға төҙөк булмаған электр үткәргестәре һәм мөрйәгә йыйылған ҡором сәбәпсе икән.
«Ҡайһы бер кешеләр мунсаны яҡҡас, онотоп инеп китә. Бына шул һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килә лә инде бәлә. Яғылған мейестең янынан китмәҫкә кәрәк, шулай уҡ уның торошон да даими тикшереп тороу фарыз», - тип иҫкәртәләр ведомствола.
Фото pixabay.com