Ошо көндәрҙә В.И. Альбанов исемендәге Полярсылар музейында “Төньяҡ балҡышы” республика ижади бәйгеһенең конкурс комиссияһы ултырышы үтте.
Башҡортостандың Милли музейы филиалы был бәйгене икенсе тапҡыр ойоштора. Былтыр ул В.И. Альбанов исемендәге Полярсылар музейы асылыуға бағышланғайны. Унда “Балалар һүрәте” тип аталған бер генә номинацияла 300-ҙән ашыу бала ҡатнашҡайны. Быйыл иһә конкурс бөйөк штурман, яҡташыбыҙ Валериан Альбановтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арнала. Номинациялар һаны ла артҡан: алты йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар һүрәт тә төшөргән, эссе ла яҙған, карап моделен эшләп тә көсөн һынаған.
Төрлө номинациялар буйынса ойоштороу комитеты 700-ләп ғариза алған.
"Валериан Альбанов исемендәге музей асылғансы Арктика тураһында хыялланған балалар шулай күптер тип уйламай ҙа инек. Улар конкурста теләп ҡатнаша, ә музейҙа 12 меңдән ашыу кеше булды", – ти музей мөдире Тимур Сәфәрғәлиев.
Контр-адмирал М.И. Бакаев исемендәге Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәге, Стәрлетамаҡтан “Иҙел” техник ижад станцияһы тәрбиәләнеүселәре һәм үҙаллы шөғөлләнеүсе балалар конкурсҡа иҫ киткес карап моделдәрен тәҡдим иткән.
“Төньяҡ балҡышы” конкурсының төп маҡсаты – тарихи иҫтәлекте һаҡлау, полярсыларҙың ауыр хеҙмәтенә хөрмәт, һөйөү тәрбиәләү, Арктика тарихына иғтибарҙы арттырыу, йәш быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Бәйгелә еңеүселәр республиканың иҫтәлекле урынына сәйәхәткә юллама аласаҡ, шулай уҡ Федоровка районының Покровка ауылына – билдәле полярсы, ғалим-геофизик Геннадий Семёнович Казаниндың тыуған ауылына барасаҡ.
“Һүрәт” номинацияһындағы эксперттарҙың береһе иһә – билдәле рәссам Камил Буҙыҡаев. "Бәйге тураһында тик ыңғай фекерҙәмен. Балаларҙың тырышҡаны һәм бәйгегә юғары сифатлы эштәр тәҡдим иткәне күренеп тора. Конкурс, ғөмүмән, юғары кимәлдә ойошторолған. Музей белгестәре эшен ярата, күңелен һалып башҡара", - ти ул.
Фотолар музей архивынан.