Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2022, 20:30

Бер көнлөк хеҙмәт хаҡын күсерҙеләр

Башҡортостанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам күрһәтеү маҡсатында иғәнә йыйыу башланды.

Бер көнлөк хеҙмәт хаҡын күсерҙеләр
Бер көнлөк хеҙмәт хаҡын күсерҙеләр

Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарған Алан Марзаев һәм ошо ведомство вәкилдәре Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Ключ ҡалаһы халҡына бер көнлөк хеҙмәт хаҡын күсерҙе. Был тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сыҡҡайны  – улар уҙған аҙнала бер көнлөк хеҙмәт хаҡын Луганск Халыҡ Республикаһы халҡы файҙаһына күсерҙе.

"Ике ай элек шул тарафтарҙа булдым, унда йәшәгәндәрҙең ярҙамға мохтажлығын яҡшы аңлайым. Эйе, бөгөн быны әҙерлек, бурыс һәм күңел ҡушыуы буйынса атҡарам. Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре изге тәҡдимде күтәреп алды, Луганск Халыҡ Республикаһында ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе хуплап сығыш яһаны", – тине Алан Марзаев.

Ул 20 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация составында Донецк Халыҡ Республикаһына барҙы. Унда республика етәксеһе тәҡдиме буйынса Донецкиға урындағы халыҡ өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙән торған гуманитар ярҙам тапшырылды.

Башҡортостанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам күрһәтеү маҡсатында иғәнә йыйыу башланды. Йыйылған аҡса Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына ярҙамға йүнәлтеләсәк.

Ярҙам итергә теләгәндәр аҡсаны түбәндә асыҡ офертала күрһәтелгән реквизиттар буйынса күсерә ала.

Ярҙам иғәнәһен күсереү алдынан уның шарттары менән ошо һылтанма инеп танышыу мөһим – публичной оферты

Реквизиты Фонд Социальных целевых программ для перечисления средств:

ИНН 0274900243

КПП 027401001

ОГРН 1090200001825

ОКПО 61164359

ОКАТО 80401000000

адрес: 450078, г.Уфа, ул.Цюрупы, 17

р/с 40703810006000000514

в Башкирском отделении №8598 ПАО Сбербанк

к/с 30101810300000000601

БИК 048073601

Тел: (347) 2463876

Фото: Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: