Бер аҙна эсендә социаль селтәрҙә халыҡтан мөрәжәғәттәр һаны артҡан. 2022 йылдың 9 майынан 15 майына тиклем “Инцидент-менеджмент” системаһы 3896 хәбәрҙе (бер аҙна элек булған менән сағыштырғанда +1053 мөрәжәғәт) теркәгән. Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо турала хәбәр иткәйнек.
Кешеләрҙе нимә борсой? Беренсе урында – социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау темаһы буйынса һорауҙар, 1023 хәбәр (+578). Граждандарҙан ғаризалар килеү арҡаһында Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының мәғлүмәт системаһында техник өҙөклөк тыуа. Коллегалар хәбәр итеүенсә, әле проблема хәл ителгән. Әммә етешһеҙлекте бөтөрөү буйынса эш дауам итә.
Рейтингтың икенсе баҫҡысында – юл темаһы буйынса мөрәжәғәттәр. Был аңлашыла ла, сөнки юл ремонтлауҙың ҡыҙған мәле. 9 – 15 майҙа “Инцидент-менеджмент” 623 хәбәрҙе (элгәре аҙна менән сағыштырғанда +263) теркәгән.
Өсөнсө урында – төҙөкләндереү темаһы. 538 мөрәжәғәт (+10). Яҙ етеү менән йәмәғәт киңлектәрен тәртипкә килтерәбеҙ, төҙөкләндерәбеҙ.
Мәғлүмәт системалары хәбәрҙәрҙе теркәй, ә беҙ уларҙы эшкәртәбеҙ, анализлайбыҙ – ниңә шундай хәл тыуған, ул ҡабатланмаһын өсөн нимә эшләргә. 9 майҙан 15 майға тиклем, бер аҙнала, 2750 инцидент тикшерелгән (элгәре аҙна менән сағыштырғанда бер меңгә күберәк).
Миҫалдар күп. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре. Өфөлә йорттарҙың ҡыйығын ремонтлау, Өфөлә һәм Нефтекамала эскәмйәләр ҡуйыу. “Юл темаһы” буйынса ла миҫалдар аҙ түгел. Улар араһында – Туймазыла, Өфө, Благовещен, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы райондарында юлды төҙөкләндереү. Алда йәй – был йүнәлештә ҙур эш көтә.
Һандарҙы ситкә ҡуйып торһаҡ, быларҙың барыһы ла – Республикаға идара итүе үҙәгенең ҡала, райондарҙағы, республика министрлыҡтары һәм ведомстволарындағы коллегаларыбыҙ менән берлектәге эштең һөҙөмтәһе. Барығыҙға ла изге теләктәр!
Фото: vk.com/wall-201146046_31252
Сығанаҡ: vk.com/wall-201146046_31252