Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостанға коммуналь техника һатып алыу тураһында һөйләшеү булды. Төп доклад менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова сығыш яһаны.
Уның белдереүенсә, быйыл республиканың ҡала һәм райондарына коммуналь техника һатып алыу өсөн республика бюджетынан 1,432 миллиард һум аҡса бүленгән. Был аҡса муниципалитеттар буйынса уларҙың майҙаны һәм башҡарылған эш күләменә ҡарап бүлеп бирелгән. Сумманың 500 миллион һумын Өфө алған.
Үҙ ихтыяждары һәм лимиттарын иҫәптә тотоп, муниципалитеттар был аҡсаға 239 берәмек техника алырға планлаштыра. Уларҙың 132-һе Беларуста етештерелгән, ҡалғаны үҙебеҙҙеке. Шулай иткәндә техниканы эксплуатациялау һәм ремонтлау ауырлыҡ тыуҙырырға тейеш түгел. 10 апрелдән Башҡортостанға 60 берәмек техника килгән дә. Ҡалғандары "юл картаһы"на ярашлы киләсәк.
Быға өҫтәп, ҡайһы бер ҡала һәм райондар урындағы бюджет иҫәбенә лә техника һатып ала. Мәҫәлән, Өфө туғыҙ “Урал” машинаһы, Өфө районы өс машина, Стәрлетамаҡ йыл һайын мке-өс берәмек техника алып тора. Ошо арҡала республиканың коммуналь техника паркы 2019 йылдан алып 44 процентҡа артҡан. Был үҙ сиратында төҙөкләндереү эшенең сифатының яҡшырыуына килтерә.
Ирина Голованова белдереүенсә, Өфө ҡалаһы хакимиәте муниципаль бюджет учреждениелары водителдәренең эш хаҡын күтәрергә ҡарар иткән. Был ойошмаларҙы белгестәр менән тәьмин итеү өсөн эшләнә.
Мәҫәлән, бюджет учреждениеһында 5-се разрядлы водителдең эш хаҡы 2021 йылдың декабрендәге 53 мең һумдан 21 процентҡа артҡан һәм 64 мең һум тәшкил итә. Ошо сәбәпле, штатты тулыландырыу 67 проценттан 70 процентҡа еткән. Тик был һандар барыбер аҙыраҡ һәм ҡаланы тейешле кимәлдә тәртиптә тотоуға булышлыҡ итмәй. Шуға күрә ағымдағы эш хаҡын һаҡлап, штатты арттырырға ҡушылды.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.