Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2022, 14:00

Шаяртыуҙар бөттө!

Башлыҡ Баймаҡ районына сәфәре буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы. 

Шаяртыуҙар бөттө!
Шаяртыуҙар бөттө!

Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған ял көндәрендә эш сәфәре менән Баймаҡ районында булыуы тураһында һөйләне. Бөгөн ул ҡайһы бер объекттар буйынса фекерҙәрен еткерҙе. Тәүҙә ул Иҫке Сибай ауылында төҙөлгән мәктәп тураһында әйтте.

– Әгәр быйыл 1 сентябрҙә мәктәп файҙаланыуға тапшырылмаһа, төҙөлөш министрына ҡарата ҡарар ҡабул ителәсәк. Шаяртыуҙар бөттө, мин быны бик етди әйтәм, – тине Радий Хәбиров.

Был мәктәп тураһында шул билдәле: ул 1977 йылда төҙөлгән һәм 2011 йылда емерелә башлаған. 2019 йылда уны авария хәлендә тип танығандар, ә балаларҙы Сибай ҡалаһына уҡырға йөрөтә башлағандар. 2020 йылда иҫке мәктәп һүтелгән һәм уның урынына яңыһы төҙөлә башлаған. 2021 йыл аҙағына ул төҙөлөп бөтөргә тейеш булған. Тик төрлө сәбәптәр буйынса мәктәп әле һаман тапшырылмаған. Әле объектҡа яңы подрядсы ойошма табылған, улар эште нисек булһа ла 1 сентябргә тамамларға тейеш тигән бурыс ҡуйылған.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы, Баймаҡ ҡалаһындағы балалар поликлиникаһы йыл аҙағына тиклем төҙөлөп бөтөргә һәм тапшырылырға тейеш, тине.

Тағы бер мәғариф объекты – Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылындағы урта мәктәпте капиталь ремонтларға кәрәк. Бының өсөн мәғариф министрына мәктәпте махсус федераль программаға индерергә ҡуштылар.

Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа 1-се Төркмән ауылы халҡына үҙәкләштереп мал алырға ҡуштылар. Билдәле булыуынса, былтыр был ауылда нодуляр дерматит сәбәпле карантин иғлан ителгәйне. Сирле һыйыр малын юҡ итергә тура килде.

– Әгәр кешеләргә ваҡытында ярҙам итмәһәк, бик ауыр булыр ине. Башлыса малға ҡарап йәшәгән ауылда бөтә малды юҡ итергә тура килде. Әле ауыл буйлап китеп бараһың, унда тынлыҡ. Халыҡ малды үҙәкләштереп алып бирешеүҙе һорай, ул сифатлы булһын, ти. Район хакимиәте менән берлектә был мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: