Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2022, 22:00

“Туғандарға килдек”

Бөгөн Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанда рәсми сәфәрҙә.

“Туғандарға килдек”
“Туғандарға килдек”

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанда рәсми сәфәрҙә. Нукус аэропортында делегацияны Ҡарағалпаҡстан Республикаһының Жокаргы Кенесы рәйесе Морат Камалов ҡаршы алды.

Делегация составына төбәк Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар, ведомстволар, Башҡортостандың үҫеш институттары, ҙур предприятиелар етәкселәре, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде.

Сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осраша. Башҡортостан Башлығы Ҡарағалпаҡстан Республикаһының Жокаргы Кенесы рәйесе Морат Камалов һәм Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы Эркинжон Турдимов, Үзбәкстан предприятиелары етәкселәре менән һөйләшеүҙәр үткәрә. Ул шулай уҡ Рәсәйҙең Үзбәкстандағы сауҙа вәкиле Константин Злыгостев менән осраша. Яҡтар Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында эшләйәсәк Башҡортостан хеҙмәткәрҙәре бурыстары буйынса фекер алышасаҡ. Был ике республика араһында тауар әйләнешен һәм инвестицияларҙы арттырыуға, хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Сауҙа вәкиллеге майҙансығында Башҡортостан етештереүселәренең тауарҙары экспозицияһын ойоштороу күҙаллана.

18 майҙа Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһы үткәрелә. Уның һөҙөмтәһе буйынса 200 миллион долларлыҡ инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Шулай уҡ Башҡортостандың һәм Үзбәкстандың милли китапханалары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйыу, гуманитар һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлеге буйынса фекер алышыу көтөлә.

Сәфәр аҙағында Радий Хәбиров Үзбәкстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашмаҡсы.

Республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Туғандарға килдек” тип Үзбәкстандан тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/153534.html, vk.com/wall413272232_804295

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/153534.html

“Туғандарға килдек”
“Туғандарға килдек”
“Туғандарға килдек”
“Туғандарға килдек”
“Туғандарға килдек”
“Туғандарға килдек”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: