Башҡортостанда асыҡланған ялған купюраларҙың һаны 80 процентҡа кәмегән.
2022 йылдың I кварталында республиканың банк системаһында Рәсәй Банкының 59 ялған банкнот ҡағыҙҙары табылған. Был 2021 йылдың ғинуар-мартына ҡарағанда (267 дана) 80 процентҡа кәмерәк. Тулыраҡ ошонда: http://www.cbr.ru/press/regevent/?id=22595
Асыҡланған ялған аҡсалар араһында һәр ваҡыттағыса биш мең һумлыҡ купюралар өҫтөнлөк итә - 47 дана. Шулай уҡ ете 2000 һумлыҡ, икешәр 1000 һәм 100 һумлыҡ һәм бер 500 һумлыҡ банкноталар законһыҙ әйләнештән алынған.
Ысын аҡса билдәләренең тулы исемлеген ошонда: http://www.cbr.ru/cash_circulation/, шулай уҡ «Банкноты Банка России» мобиль ҡушымтаһында ҡарарға мөмкин. Уны смартфонға күсереп алырға һәм интерактив режимда виртуаль купюраларҙағы һаҡлаусы элементтарҙы өйрәнергә була.
Һаҡ булығыҙ - ялған аҡсаларҙан һаҡланығыҙ! Мәғлүмәтте дуҫтарғыҙ менән бүлешегеҙ.
Сығанаҡ: Рәсәй банкы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк.