Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2022, 10:00

Беҙҙең уҡыусы ҡыҙҙар – еңеүсе!

Башҡортостан ҡыҙҙары "Мәктәп формаһы" конкурсында  сағыу сығыш яһаны...  

Беҙҙең уҡыусы ҡыҙҙар – еңеүсе!
Беҙҙең уҡыусы ҡыҙҙар – еңеүсе!

Ҡазан ҡалаһында “Рәсәй уҡыусыһы-2022” тип аталған Милли фестиваль үтте.  Талант, илһөйәрлек һәм мәҙәниәт темаларын үҙ эсенә алған  конкурс тәүге тапҡыр ойошторолдо. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән ҡырҡ уҡыусы ҡатнашты. Таланттар шоуы, матур күлдәктәрҙә дефиле, спорт этабы, тест үтеү, диктант яҙыу, интервью биреү – барыһы ла иҫтә ҡалырлыҡ күңелле һәм йөкмәткеле булды.

Башҡортостан ҡыҙҙары айырыуса мәктәп формаһы конкурсында  сағыу сығыш яһаны.   Улар “Ағиҙел” предприятиеһы етештергән мәктәп формаһында барыһынан да нығыраҡ айырылып торҙо. Башҡортостан исеменән республика балалар конкурстарында еңеүселәр, «MissBash models» агентлығы моделдәре сығыш яһаны.

Өлкән категорияла Өфө ҡалаһының 39-сы мәктәп уҡыусыһы 16 йәшлек София Карпова, урта категорияла 86-сы мәктәп уҡыусыһы 11 йәшлек Ангелина Фәсхиева, кескәйҙәр категорияһында Иглин ауылының 2-се мәктәп уҡыусыһы 10 йәшлек Екатерина Дульдий еңеүгә өлгәште. София менән Екатерина үҙ категорияларында Гран-при яулаһа, Ангелина үҙ категорияһында 1-вице уҡыусы булды.

Ҡыҙҙарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, матур, сифатлы мәктәп формалары етештергән “Ағиҙел” предприятиеһына уңыштар теләйбеҙ!

Фото:"Башинформ"

Беҙҙең уҡыусы ҡыҙҙар – еңеүсе!
Беҙҙең уҡыусы ҡыҙҙар – еңеүсе!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: