Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова етәкселегендәге министрлыҡ вәкилдәре акцияға ҡушылып, Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе. Был идеяны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламентарийҙары тәҡдим иткәйне.
“Тик бергә генә, хәбәр итеп һәм ярҙам итеп, ауыр минуттарҙа һәр мәсьәләне яйға һалырға мөмкин”, – тип белдергән Лира Иғтисамова.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн иғәнә йыя башланылар. Аҡса Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына ярҙам итеүгә йүнәлтелә.
Теләге булған һәр кеше асыҡ офертала күрһәтелгән реквизиттар буйынса аҡса күсерә ала.
Реквизиты Фонд Социальных целевых программ для перечисления средств:
ИНН 0274900243
КПП 027401001
ОГРН 1090200001825
ОКПО 61164359
ОКАТО 80401000000
адрес: 450078, г. Уфа, ул. Цюрупы, 17
р/с 40703810006000000514
в Башкирском отделении №8598 ПАО Сбербанк
к/с 30101810300000000601
БИК 048073601
Тел: (347) 2463876
Аҡсаны күсерер алдынан асыҡ оферта шарттары менән танышырға кәрәк.
Фото: bashkortostan.ru