Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май , 20:00

"Һеҙҙең ғорурланырлыҡ улығыҙ бар!"

"Минең хәрби юлымды өйрәнгәндән һуң хәрби психолог үкһеп иланы, ә мин уны тынысландырҙым..." тип башлағайны гвардия майоры Денис Камалетдинов тураһындағы яҙмаһын уның ағаһы Ренат Хилажев.

"Һеҙҙең ғорурланырлыҡ улығыҙ бар!"
"Һеҙҙең ғорурланырлыҡ улығыҙ бар!"

“Миндә ҡунаҡта яҡташыбыҙ, гвардия майоры Денис Камалетдинов булып китте. Уның тураһында 11 майҙа  пост яҙғайным. Әле Денис Учалыла. Яраланғандан һуң дауаланырға ҡайтҡан. Һөйләшеп, киләсәккә пландар ҡорҙоҡ, улар тураһында мотлаҡ сәхифәмдә яҙырмын. Беҙҙең хәрби офицерға тиҙерәк йүнәлеүен теләйем. Ата-әсәһенә көс һәм сабырлыҡ! Һеҙҙең ғорурланырлыҡ улығыҙ бар!” - тип яҙҙы “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов.

Денис Камалетдиновтың ҡаһарманлығы тураһында үҙәк телевидениенан да хәбәр иттеләр. Ағаһы Ренат Хилажев уның тураһында “Бәйләнештә”ге сәхиәһендә ҙур пост яҙҙы, яугирҙең хәрби юлына байҡау яһаны, ҡаһарманлығы тураһында бәйән итте. "Минең хәрби юлымды өйрәнгәндән һуң хәрби психолог үкһеп иланы, ә мин уны тынысландырҙым..." тигән баш менән ҡуйылды ул яҙма.

Беҙ ҙә Денисҡа тиҙерәк йүнәлеүен, имен-һау булыуын, уңыштар теләйбеҙ.

Фото: ufaved.info

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в