Һәр кем тәү башлап уҡырға барғанын, күңелле мәктәп йылдары тураһында матур хәтирәләрҙе күңелендә һаҡлайҙыр. Мин дә мәктәбем, уҡытыусыларым, класташтарым – Үрген урта мәктәбенең 1978 йылғы 28-се сығарылышы тураһында йылы тойғолар һаҡлайым, һағынып иҫкә алам.
Беҙгә яугирҙәр белем бирҙе
Беҙҙе, 1968/69 уҡыу йылында I класҡа барған 44 баланы, әле генә Салауат педучилищеһын тамамлаған йәш белгес Әнисә Фәхретдинова ҡабул итте. Ә II класта, “а” һәм “б” төркөмдәренә бүлеп, элекке интернаттың ике бүлмәһенә урынлаштырҙылар. “А” класын – Ильяс Ҡолтаев, “б“ класын Әнисә Хөснөлхаҡ ҡыҙы етәкләне. IV класҡа еткәс, “а” класына етәксе итеп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әйүп Ейәнбирҙин, ә “б” класына математика уҡытыусыһы Венера Йәғәфәрова тәғәйенләнде.
IX класҡа беҙгә Бикбау һәм Муйнаҡ мәктәптәренән Ринат Танһыҡҡужин, Веннер Итбаев, Көнһылыу Мозафарова, Гөлбикә Хәлитова уҡырға килде. Улар тәртиптәре, уҡыуға ҡараштары, спортта әүҙем булыуҙары менән айырылып торҙо.
Бөтә уҡытыусыларыбыҙҙы ла оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Төрлө йылдарҙа Фәтих Зарипов, Марс Мырҙаҡаев мәктәптә директор булды. Ә 1977 йылдың авгусынан был вазифаға Юлай Солтанбаев тәғәйенләнде, һәм киләһе йыл беҙгә урта белем тураһында аттестаттар тапшырҙылар.
Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡытҡан яугир, офицер Вәли Солтанбаев һәр теманы төплө итеп аңлата, донъяуи хәлдәргә анализ биреп, миҫалдар менән нығыта торғайны. Тәжрибәле педагог бөтә темаларҙы яҡшы белә ине, ихлас та булды, шуға бөтә уҡыусылар ҙа тарих фәнен яратты, уҡытыусыны хөрмәт итте.
Башланғыс хәрби хеҙмәткә әҙерлек фәненән шулай уҡ яугир, офицер Әхмәтбай Абдуллин уҡытты. Ул егеттәрҙе ысын мәғәнәһендә армияға әҙерләне. Һәр класс менән мәктәп тирында атыу буйынса ярыштар үткәрә ине. Һәр яҙғы каникулда бөтә мәктәп менән “Зарница” уйындары ойошторҙо. IX класс егеттәре район күләмендә үткәрелгән хәрби лагерҙан йыл да призлы урындар менән ҡайтты.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусы һуғыш ветераны Әйүп Ейәнбирҙинды бөтә уҡыусы ла яратты, яҡын күрҙе. Дәрестә ул, үҙенең шиғырҙарын уҡып, темаларҙы тормош менән бәйләп, бик мауыҡтырғыс итеп үткәрә ине.
IX класҡа күскәс, Вәли Әхмәтғариф улын – “а”, ә Хәкимйән Зариповты “б” класына етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Хәкимйән Латип улы беҙҙе рәсем, һыҙма, хеҙмәт дәрестәренән уҡытты. Ул шулай уҡ юғары класс егеттәре өсөн тракторсылар курсын алып барҙы, ҡыҙҙарҙы машина менән һыйыр һауыу оҫталығына өйрәтте.
Төрлө йылдарҙа уҡытыусылар Булат Зәйнәғәбдинов, Хөрмәт Фәхретдинов, Йәмилә Янбаева, Нәсимә Мөлөкова, Нурия Ильясова, Сайра Мырҙаҡаева, Бағбостан Ғиззәтуллина, Айҙар Мырҙаҡаев, Венера Йәғәфәрова, Әнзинә Тайсина, Рәшит Аҡъюлов, Әлфиә Абдуллина, Әминә Зарипова, Рима Биктимирова, Луиза Юлдашбаева, Гөлнара Йәғәфәрова уҡытты.
Һынатманылар...
Ике класта ла сәнғәтте, музыканы яратҡан уҡыусылар күп ине. Баянда, гармунда уйнаусылар араһынан Ғәйфулла Ҡолтаев, Радик Янбаев, Яҡуп Сабиров, Роберт Сәйфуллин, Руслан Толомғужин, Инсаф Мәсәғүтов, Хөрмәт Аҙнабаев, Сабит Имелбаев, Веннер Итбаев концерттарҙа гел әүҙем ҡатнашты. Ғәйфулла, музыка белеме булмаһа ла, һәр көйҙө еренә еткереп уйнаған баянсыларҙың береһе булды. Мандолинала ла бик оҫта уйнаны. Ул оҙаҡ йылдар Үрген ауыл клубының алыштырғыһыҙ аккомпаниаторы булып, һәр сығышты музыкаль яҡтан биҙәне. Район күләмендә үткән төрлө смотр-фестивалдәрҙә ҡатнашты.
Сабит иһә колхозда эшләгәндә ауылдың үҙешмәкәр сәнғәтенең иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһенә әйләнде. Ул клубта ойошторолған ансамблдә мандолинала, һуҡма инструменттарҙа уйнаны. Ғәйфулла ла, Сабит та, республика фестивалдәрендә ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булды. Үкенескә ҡаршы, ғүмерҙәре ҡыҫҡа булды.
Ҡыҙҙарыбыҙ ауыл клубында ойошторолған бейеү түңәрәгенә йөрөнө. Уларҙы бейеү серҙәренә Гөлсирә Зәйнәғәбдинова өйрәтте. Бейеүселәребеҙ Әлфиә Ейәнбирҙина, Светлана Бикҡолова, Фәриҙә Имелбаева, Миңнур Исмәғилева, Нәсимә Ҡолтаева, Роза Ҡолдәүләтова, Лиза Ярҡынбаева, Нәсимә Юлдашева, Фәйрүзә Ирғәлина, Гөлбикә Хәлитова, Айһылыу Солтанбаева концерттарҙа сығыш яһай ине.
Класташтарым район күләмендә үткәрелгән спорт ярыштарында ла һынатманы. Физкультуранан Әхмәтбай Харрас улы менән Ғәни Хужәхмәтов уҡытты. Стәрлетамаҡта физкультура техникумында ситтән тороп уҡыған Ғәни ағай беҙҙең менән ҡуша саңғыла ла йүгерҙе, ГТО нормаларын үтәне, футбол, волейбол, баскетбол уйнаны. Уҡыусылары йүгереү, саңғы ярыштары, биатлон буйынса районда еңеүгә өлгәште. Беҙҙең кластан Миңнур Сабитова, Зөлфиә Аҡсурина, Рәфҡәт Аҡсурин, Ринат Танһыҡҡужин, Көнһылыу Мозафарова, Светлана Бикҡолова, Рәшит Сәйетҡолов, Нәсимә Юлдашева, Лиза Ярҡынбаева, Хөрмәт Аҙнабаев, Радик Янбаев, Фәйрүзә Ирғәлина мәктәп намыҫын лайыҡлы яҡлап, призлы урындар яуланы.
Ғәни ағайҙың пластик саңғыға нигеҙ һалғанын күптәр белмәйҙер ҙә. Ул ябай саңғыға ыҫмаланы иретеп, уны үтекләп киптерә һәм, ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, саңғының шыуыу тиҙлеген арттырыуға өлгәшә ине. Үҙенең был эшен СССР-ҙың рационализаторҙар бүлегенә тәҡдим итә. Уны 25 һум аҡса һәм диплом менән бүләкләйҙәр. Артабан был асышты башҡа мәктәптәр ҙә ҡуллана башланы. Ғәни ағай райондың ҡурайсылар ансамблендә лә булды.
Уҡыусыларҙы спорттың өҫтәл теннисы төрөнә бер туған Зиннәт менән Зиннур Янбаевтар өйрәтте. Улар үҙ ҡулдары менән теннис өҫтәле эшләне, шарҙар һәм ракеткалар алды. Клуб фойеһында торған өҫтәлдә теннис уйнарға теләүселәр сиратҡа теҙелә ине.
Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы, мәктәптә шахмат түңәрәге асып, уҡыусыларға шахмат серҙәрен төшөндөрҙө. Ул әле лә, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең призын булдырып, район күләмендә шахмат ярыштары үткәрә.
Маркс Мырҙаҡаев фототүңәрәк алып барҙы. Ул уҡыусыларҙы фотоға төрлө ракурста төшөрөргә өйрәтте. Был түңәрәктә шөғөлләнгән класташтарҙың фотолары күптәребеҙҙә матур иҫтәлек булып әле лә һаҡлана.
Һәр кем үҙ урынын тапты
Уҫаҡ кисеү буйында урынлашҡан мәктәптең йәйге лагерында палаткаларҙа ятып, төрлө эштә – һәр уҡыусыға бүлеп бирелгән сөгөлдөр утауҙа, диләнкәгә барып, мәктәпкә утын әҙерләүҙә бөтәһе лә әүҙем ҡатнашты. Лагерҙа ысын мәғәнәһендә уҡыусыларҙың үҙидараһы булғас, тәртип яғы ла тотороҡло, яҡшы булды. Мәктәптең йәш директоры Юлай Солтанбаев һәр кис велосипед менән беҙҙең хәлде белешергә килеп етә торғайны.
Ул осорҙа “Бөтә класс менән колхозға!” девизы көнүҙәк булды. Беҙҙең класс та, ошо инициативаны хуплап, X класты тамамлағас, туған колхозыбыҙҙа эшкә ҡалды. Аҙаҡ Гөлгөнә Абдуллина, Миңнур Сабитова һәм мин педагогика өлкәһен һайланыҡ. Ә башҡалар ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында үҙ урынын табып эшләне. Класташтарым ҡайҙа эшләһә лә, үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.
Әйткәндәй, класташтарым араһында ауыл хужалығында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән Рәфҡәт Аҡсуринды билдәләге килә. Беҙ уның менән бер партала ултырҙыҡ. Ул бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәште, айырыуса теүәл фәндәрҙе яратты. Яҡшы уҡығаны, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ул Бөтә Союз “Артек” пионер лагерына путевка менән бүләкләнде. Мәктәпте тамамлағас, бер йыл колхоздың Үрген бригадаһында эшләне. 1979 – 1981 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт иткәс, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡып, агроном һөнәренә эйә булды. “Заветы Ильича” колхозына эшкә ҡайтты, артабан колхоздың баш агрономы булды. Эше менән бер үк ваҡытта фәнгә лә ваҡыт тапты, ауыл хужалығы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы. Унан йәш ғалимды үҙе белем алған институтҡа эшкә саҡырҙылар. Доцент Рәфҡәт Лотфулла улы бөгөн дә студенттарға белем биреүен дауам итә. Ауыл хужалығы буйынса бер нисә монография авторы ла ул. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Класташыбыҙ Радик Янбаев та, Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгәндә Бөтә Союз әһәмиәтендәге Байкал – Амур магистрале төҙөлөшөндә ҡатнашып, СССР-ҙың “БАМ-ды төҙөгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Артабанғы хеҙмәт юлын “Заветы Ильича” колхозы менән бәйләп, ниндәй генә эш булһа ла, үҙенә ҡуйылған бурысты намыҫ менән, еренә еткереп үтәне. Уңышлы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Радик Рәсүл улы ла “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды.
Рәшит СӘЙЕТҠОЛОВ.
Ейәнсура районы.