Иҫ китмәле шәп блог алып барырға хыялланаһыңмы? Ниндәйҙер ҡыҙыҡлы һәм файҙалы нәмә эшләргә? Яҙылыусылар һанын арттырырға? Улай булғас, һиңә “топБЛОГ”ка!
Был “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһының белем биреү проекты. Бында әйҙәүсе блогерҙар һәм эксперттар социаль селтәреңде үҫтереү һәм ылыҡтырыусы контент булдырыу хаҡында һөйләр. Иң мөһиме – бушлай! “ТопБЛОГ” проектының икенсе миҙгеленә теркәлеү старт алды һәм 23 майға тиклем дауам итәсәк. Проектта ҡатнашыусылар профессионал портфолио аласаҡ, Рәсәй буйлап блог-турға юлланасаҡ, реклама контракттары мөмкинлеге лә барлыҡҡа килә, проект тамамланғандан һуң да һөнәри үҫеү йәһәтенән ярҙам буласаҡ.
Яңы миҙгелдә иғтибар Рәсәй социаль медиаларына йүнәлтелгән: "Бәйләнештә", Telegram, "Класташтар", Яндекс.Дзен, RUTUBE, Yappy. Бынан тыш буласаҡ блогерҙарҙы “махсус трек”та өс йүнәлеш көтә: “Белем биреү тураһында”, “Мәктәп паблигы”, “Идаралыҡ тураһында”.
Проектта ҡатнашыуға ғариза биреү өсөн topblog.rsv.ru сайтына инергә кәрәк һәм “теркәлергә” тигән төймәгә баҫып, анкета тултырырға.
Фото: vsuwt.ru