Өфөлә йәшәгән Анна исемле ҡатын полицияға һәм Тәфтиш комитетына тиран иренә ялыу менән мөрәжәғәт иткән, шулай уҡ айырылышырға теләп судҡа ғариза яҙған.
Белдереүенсә, ул балалары менән 11 йыл буйына ғаиләлә ыҙа күреп йәшәгән. Ире үлтереү менән янағас, етмәһә, көс органдарында эшләгәс, ҡатын полицияға мөрәжәғәт итергә ҡурҡҡан. Хәҙер ул балаларҙы Башҡортостандан ситкә, икенсе төбәккә алып ҡасыр тип шөбһәләнә. Был хаҡта "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
"Ул миңә һәм туғандарыма үлтереү менән янаны, балаларҙы алып сығып китһәм, һин уларҙы бер ҡасан да күрмәйәсәкһең, тип ҡурҡыта торғайны. Мин ныҡ ҡурҡтым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ни ҙә ҡыла алманым", – ти Анна.
Кем һәм нисек был турала белеп ҡалған һуң? Кем саң ҡаҡҡан? Баҡһаң, мәктәп психологы уҡыусы Әмирҙең төшөргән һүрәтен анализлаған. Һәм атаһының уның әсәһе менән ҡустыһын ҡурҡытып тотоуын аңлаған.
Шунан әсә кеше балаларын алып ҡасып киткән. Хәҙер ике айҙан ашыу йәшенеп йәшәйҙәр. Аннаның ире иһә журналистар менән һөйләшергә теләмәгән.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының именлек хеҙмәте ҡатындың ялыуын тикшергән. Уның барышында, Аннаның һүҙҙәре раҫланманы, тиелә. Эш Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль подразделениеһына тапшырылды, тип хәбәр иткән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
"Башинформ" хәбәрселәре ваҡиғаны күҙәтеүен дауам итә.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.