Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2022, 16:53

“Шаяртыу бөттө, мин быны бик етди әйтәм”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһен яҡшы яңылыҡтарҙан башланы. Республикала ағымдағы йылдың тәүге дүрт айында бер миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Был үткән йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 10,8 процентҡа күберәк.

– Былтыр торлаҡ төҙөү буйынса бик юғары күрһәткескә эйә булғайныҡ, быйыл да хәлдәр яҡшы, әммә йылдамлыҡты юғалтмаҫҡа тыры­шайыҡ. Төҙөлөш туҡталмаһын, дауам итһен өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнһен. Был бик мөһим, – тине Радий Хәбиров.

Дөйөм алғанда, план буйынса быйыл 2,343 миллион квадарт метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Йыл аҙағынаса 110,9 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ тип көтөлә.

Тағы бер матур күрһәткес: быйыл ғинуар-апрель айҙарында Башҡорт­остан иҡтисадына йәмғеһе 70 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Үткән йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда үҫеш 124,9 процент тәшкил иткән.

– Уҙған йылға ҡарата 25 процент самаһы плюс менән барабыҙ. Күр­һәткес бик юғары. Иҡтисадыбыҙға 70 миллиард һум килде, бик яҡшы, – тине республика етәксеһе.

Радий Фәрит улы фекеренсә, әле ыңғырашып ултыра торған ваҡыт түгел.

– Киреһенсә, үҙенсәлекле мөмкин­лектәр ваҡыты. Тиҙерәк йүгерә, уйлай, эшләйбеҙ икән, иҡтисадыбыҙға аҡса киләсәк. Шуға күрә проблемаларға иғтибар итмәйбеҙ. Инвесторҙар менән артабан да ышаныслы эшләргә кәрәк. Был ғына түгел, беҙ 24 февралдән һуң да сит ил инвесторҙары менән осраштыҡ, улар үҙ проекттарын туҡтатмай, эшләргә йыйына. Шулай булғас, ошо яҡшы кәйеф менән алға барабыҙ, – тине республика етәксеһе.

Башлыҡ уҙған ял көндәрендә эш сәфәре менән Баймаҡ районында булыуы тураһында ла һөйләне. Кәңәшмәлә ул ҡайһы бер объекттар буйынса фекерҙәрен еткерҙе. Тәүҙә ул Иҫке Сибай ауылында төҙөлгән мәктәп тураһында әйтте.

– Әгәр быйыл 1 сентябрҙә мәктәп файҙаланыуға тапшырылмаһа, төҙө­лөш министрына ҡарата ҡарар ҡабул ителәсәк. Шаяртыуҙар бөттө, мин быны бик етди әйтәм, – тине Радий Хәбиров.

Был мәктәп тураһында шул билдәле: ул 1977 йылда төҙөлгән һәм 2011 йылда емерелә башлаған. 2019 йылда уны авария хәлендә тип танығандар, ә балаларҙы Сибай ҡалаһына уҡырға йөрөтә башлағандар. 2020 йылда иҫке мәктәп һүтелгән һәм уның урынына яңыһы төҙөлә башлаған. 2021 йыл аҙағына ул төҙөлөп бөтөргә тейеш булған. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында мәктәп һаман тапшырылмаған. Әле объектҡа яңы подрядсы ойошма табылған, улар эште нисек булһа ла 1 сентябргә тамамларға тейеш тигән бурыс ҡуйылған.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы, Баймаҡ ҡалаһындағы балалар поликлиникаһы йыл аҙағына тиклем төҙөлөп бөтөргә һәм тапшырылырға тейеш, тине.

Тағы бер мәғариф объекты – Баймаҡ районының 1-се Төрөкмән ауылындағы урта мәктәпте капиталь ремонтларға кәрәк. Бының өсөн мәғариф министрына мәктәпте махсус федераль программаға индерергә ҡуштылар.

Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа 1-се Төрөкмән ауылы халҡына үҙәкләштереп мал алырға ҡушылды. Билдәле булыуынса, былтыр был ауылда нодуляр дерматит сәбәпле карантин иғлан ителгәйне. Сирле һыйыр малын юҡ итергә тура килде.

– Әгәр кешеләргә ваҡытында ярҙам итмәһәк, бик ауыр булыр ине. Башлыса малға ҡарап йәшәгән ауылда бөтә малды юҡ итергә тура килде. Әле ауыл буйлап китеп бараһың, унда тынлыҡ. Халыҡ малды үҙәкләштереп алып бирешеүҙе һорай, ул сифатлы булһын, ти. Район хакимиәте менән берлектә был мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. 

Кәңәшмәлә коммуналь техника һатып алыу тураһында ла һөйләшеү булды. Төп доклад менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова сығыш яһаны.

Уның белдереүенсә, быйыл республиканың ҡала һәм райондарына коммуналь техника һатып алыу өсөн республика бюджетынан 1,432 миллиард һум аҡса бүленгән. Был аҡса муниципалитеттар буйынса уларҙың майҙаны һәм башҡарылған эш күләменә ҡарап бүлеп бирелгән. Сумманың 500 миллион һумын Өфө алған.

Үҙ ихтыяждары һәм лимиттарын иҫәптә тотоп, муниципалитеттар был аҡсаға 239 берәмек техника алырға планлаштыра. Уларҙың 132-һе Беларуста етештерелгән, ҡалғаны үҙебеҙҙеке. Шулай иткәндә техниканы эксплуатациялау һәм ремонтлау ауырлыҡ тыуҙырырға тейеш түгел. 10 апрелдән Башҡортостанға 60 берәмек техника килгән дә. Ҡалғандары юл картаһына ярашлы киләсәк.

Быға өҫтәп, ҡайһы бер ҡала һәм райондар урындағы бюджет иҫәбенә лә техника һатып ала. Мәҫәлән, Өфө туғыҙ “Урал” машинаһы, Өфө районы өс машина, Стәрлетамаҡ йыл һайын 2-3 техника алып тора. Был һатып алыуҙар арҡаһында республиканың коммуналь техникаһы паркы 2019 йылдан алып 44 процентҡа артҡан. Был үҙ сиратында төҙөкләндереү эшенең сифатының артыуына килтерә.

Ирина Голованова белдереүенсә, Өфө ҡалаһы хакимиәте муниципаль бюджет учреждениелары водителдә­ренең эш хаҡын күтәрергә ҡарар иткән. Был ойошмаларҙы белгестәр менән тәьмин итеү өсөн эшләнә.

Мәҫәлән, бюджет учреждениеһында 5-се разрядлы водителдең эш хаҡы 2021 йылдың декабрендәге 53 мең һумдан 21 процентҡа артҡан һәм 64 мең һум тәшкил итә. Ошо сәбәпле штатты комплектлау 67 проценттан 70 процентҡа еткән. Тик был һандар барыбер нормативтан артта ҡала һәм ҡаланы тейешле кимәлдә тәртиптә тотоуға булышлыҡ итмәй. Шуға күрә ағымдағы эш хаҡын һаҡлап, штатты арттырырға ҡушылды.

Тағы бер ҙур һөйләшеү республикала юлдар төҙөүгә арналды. Докладтар менән республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев һәм “Урал алды” федераль автомобиль юлдары идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Әсҡәт Хәйруллин сығыш яһаны. Был туралағы яҙма баҫмабыҙҙың алдағы һандарында донъя күрәсәк.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: