Солтанбәк ауылында тарихы менән ғорурланған, нәҫел тамырҙарын өйрәнгән, халҡым, илем, телем тип янып торған Балыҡсы ырыуы башҡорттары йәшәй. Ауылдағы һәр ғаилә аҫылташҡа тиң: уларҙың үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, шәжәрәһе, үҙҙәренә генә хас биҙәге бар. Шуға “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы һәм Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында ойошторолған байрамды солтанбәктәр “Ғаилә традициялары вариҫтары” тип атаны.
Илһөйәрлек шулай тәрбиәләнә
Ғаилә байрамына мәртәбә өҫтәп, район хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкселегендә хөрмәтле ҡунаҡтар килде: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү буйынса комиссияһы кураторы, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары – шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, күренекле яҡташыбыҙ, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, шулай уҡ билдәле яҡташыбыҙ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының “Без – башҡортлар” ижтимағи хәрәкәте ағзаһы Винарис Абдуллин һәм ут күрше булған Ҡариҙел районының Яңы Муллаҡай ауылынан “Иҙел” әҙәби түңәрәге ағзаһы, Балыҡсы ырыуы вәкиле Нәзилә Әхкәметдинова. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы солтанбәктәр йола буйынса асыҡ йөҙ, сәк-сәк, ҡымыҙ, йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Байрамда һәр сығыш, һәр һүҙ илһөйәрлек менән һуғарылғайны.
Солтанбәктә элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәр өсөн изге бурыс була. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 127 ир-егет киткән, шуларҙың 86-һы яу яландарында ятып ҡалған, 41-е генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә беҙҙең арала юҡ. Афған һуғышы ветерандары Рәзиф Садиҡов, Илһам Суфиянов, Ғаяз Имамов һәм Чечен ерендә хәрби бурыстарын үтәгән ир-егеттәр йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Бөгөн дүрт егет хәрби хеҙмәтте намыҫлы үтәй.
Солтанбәк мәктәбе уҡыусылары беренселәрҙән булып районыбыҙҙа Рөстәм Әбдрәхимов етәкселегендә уңышлы эшләп килгән “Йәш армиясы”лар хәрәкәтенә ҡушылды. Ошо сарала ла “йәш армиясы”лар сығышы байрамға мәртәбә өҫтәне, күңелдәребеҙҙе илһөйәрлек нурҙары менән сорнаны. Бөтә Рәсәй “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” илһөйәрлек акцияһына ҡушылып, Рөстәм Тимерғәле улы етәкселегендә уҡыусылар, үҙҙәренең берҙәмлеген, ойошҡанлығын күрһәтеү өсөн ҡулдарына Рәсәй флагын тотоп, “Z” хәрефе төҙөп теҙелеп баҫты. Солтанбәктәр, шулай итеп, теләктәшлек белдерҙе.
Артабан ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә ҡуйылған стелаға һәм күренекле ауылдашыбыҙ, тыуған яҡ тарихын өйрәнгән, шәжәрәләр төҙөүгә нигеҙ һалған Шаһийән Миңлеғәлиевкә ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскәләр һалды.
Шәжәрәлә – халҡым тарихы
Шаһийән ағай Миңлеғәлиев башлаған эште солтанбәктәр лайыҡлы дауам итә. Ул төҙөп ҡалдырған шәжәрәләргә таянып, бөгөн һәр ғаилә, үҙенең шәжәрәһен дауам итеп, нәҫел ептәрен барлай. “Ғаилә традициялары вариҫтары” байрамында ла солтанбәктәр, Шәжәрәләр аллеяһын төҙөп, унда олоһонан алып кесеһенә тиклем шәжәрәләрен һөйләне. Солтанбәктәр белә: тамыры ныҡ ағас ҡына ҡоромай, шуға ла улар нәҫел тамырҙарын балаларына ла өйрәтеп үҫтерә.
Солтанбәктә халыҡ элек-электән урмансылыҡ, малсылыҡ, игенселек, балыҡсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Бөгөн ауылдың инициативалы, йүнсел ир-егеттәренең береһе Данис Суфиянов бында ауыл туризмын үҫтерергә, ошо юҫыҡта үҙ эшен асырға ниәтләп тора. Ошо йүнәлештәге уй-маҡсаттарын ҡунаҡтарға ла еткереп, ауылдың иҫтәлекле, тарихи урындары тураһында буклет таратты.
Зауыҡ менән биҙәлгән тирмәлә Хәсәновтарҙың өс быуын вәкиле, уларҙың ғаилә традициялары, шәжәрәһе, көнитмеше менән танышҡандан һуң, ҡунаҡтар мәктәп эсенә инде. Тәрбиәсе Ләйсән Суфиянова етәкселегендәге “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре барыһын да йыр-бейеү менән тәбрикләне.
Милли кейемдәр парады
Милли кейем – быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы. Ошо байлыҡ – сигеү-нағыштар менән заманлаштырып тегелгән милли орнаментлы кейемдәр – һуңғы арала халҡыбыҙ араһында киң танылыу ала бара. Солтанбәктә лә уларҙы тергеҙеү өҫтөндә әүҙем эшләйҙәр.
Байрамда Милли кейемдәр парады ла үтте. Унда районыбыҙҙа йәшәгән Балыҡсы, Ҡыр-Танып, Һыу-Танып, Унлар ырыуҙары вәкилдәре үҙҙәренең ерлегенә хас кейемдәрҙе кейеп, тамғалары төшөрөлгән, ырыуҙары яҙылған баннерҙар күтәреп уҙҙы. Һәр береһе тураһында тулы мәғлүмәт еткерелде.
Рухи мираҫ ҡәҙерләп һаҡлана
Солтанбәк ауылы халҡының тормош-көнкүрешен, кәсептәрен, шөғөлдәрен, милли аш-һыуҙарын, күренекле яҡташтарының ижадын, урында әүҙем эшләгән йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген сағылдырған бай күргәҙмә барыһын да һоҡландырҙы, илһамландырҙы. Бигерәк тә Илгиз Суфиянов үткәргән ҡурай эшләү, “Атайҙар мәктәбе” ағзаларының умарталар яһау, ағинәйҙәрҙең туҡмас ҡырҡыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ауылдың баянсы, тальянсы, гармунсылары һәм “Уңған бал ҡорттары” йәш тимурсылар отрядының ялҡынлы сығышы ҡунаҡтарҙы әсир итте.
Солтанбәк урмандары һәм яландарында үҫкән дарыу үләндәре лә, милли аш-һыуҙар ҙа, һарыҡ йөнөнән бәйләнгән, һуғылған әйберҙәр ҙә, Фәзнәүи ағай Зәйнуллин баҫҡан ҡып итеп торған быймалар ҙа, ағас эше оҫталары Ҡәҙим Ғәйнелйәнов менән Рәзғәт Шәрәфетдинов яһаған йорт кәрәк-ярағы ла, ауылдың оҫта ҡуллы ағинәйҙәре сиккән ҡулъяулыҡ, ашъяулыҡ, таҫтамалдар, мендәр тыштары һәм Мәүзәлиә Хәсәнова теккән милли костюмдар, өләсәй-әсәйҙәребеҙҙән ҡалған боронғо кейемдәр – барыһы ла күргәҙмәлә урын алғайны. Бына инде өс йыл икмәк һәм башҡа тәмлекәстәр бешергән йүнсел ғаилә – Зөлфиә менән Динар Ғайсиндар ҙа үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итте. Нурия Суфиянова бешергән “Айыҡ ауыл” тип яҙылған торт, Зилә Исламова һәм башҡа хужабикәләр бешергән ризыҡтар барыһының да иғтибарын йәлеп итте.
Ауылдың нигеҙе – Балыҡсы ырыуы нәҫелдәре
Байрамдың икенсе өлөшө ауыл клубында дауам итте. Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, барыһын да күркәм ваҡиға менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
– “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабында 15 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Финалға Ҡашҡа һәм Солтанбәк ауылдары сыҡты. Икеһе лә тигеҙ балл йыйҙы, шуға күрә комиссияға иң лайыҡлыһын һайлап алыу ауырға тура килде. Икенсе ултырышта ғына йәшерен тауыш биреү юлы менән Солтанбәк ауылы Гран-приға лайыҡ тип табылды, – тип конкурстың район этабында еңеү Солтанбәктә йәшәгән һәр кем өсөн уртаҡ шатлыҡ булыуын билдәләне Динис Рәдис улы. – Был еңеү, ысын мәғәнәһендә, бөтә ауылдың, тотош команданың уртаҡ эше. Уға ярашлы, Солтанбәктә йыл әйләнәһенә халыҡ араһында айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барылды, унда йәше-ҡарты дәррәү ҡатнашты.
Солтанбәктә әүҙем, берҙәм, рухлы халыҡ йәшәй. Ауылдың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәте, байрамдары бар. Бында йәмәғәт ойошмалары бик әүҙем эшләй. Бөгөнгө “Ғаилә традициялары вариҫтары” байрамы ла осраҡлы һайланмаған, сөнки Солтанбәк элек-электән күп бала тәрбиәләгән, иманлы, егәрле, талантлы ғаиләләре менән дан тота. Был сара Солтанбәктә ҡунаҡсыл, йомарт, айыҡ тормош алып барған һәм уны пропагандалаған кешеләр йәшәгәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбат итте.
“Солтанбәк – башҡорт рухының йөрәге. Был күпте күргән йөрәк, минеңсә, бөгөн шатлана, сөнки һеҙҙең ауылда Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына ингән бөтә йүнәлештәр буйынса әүҙем эш алып барыла. Бөгөнгө сарала быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Стратегияның беренсе йүнәлеше – башҡорт ғаиләләре менән эшләү. Күреүебеҙсә, Солтанбәк эшһөйәр, күп бала тәрбиәләгән, иманлы ғаиләләре менән данлы. Һеҙҙә башҡорттарҙың демографик үҫешенә ярҙам итеү, күп балалы ғаиләләрҙе хәстәрләү, балалар һәм үҫмерҙәр араһында мәҙәни, эстетик мөхит булдырыу өсөн барыһы ла эшләнә.
Үҫеш стратегияһының икенсе йүнәлеше – алты йәшкә тиклемге кескәйҙәребеҙ. Балаларға нисек халҡыбыҙ йолаларын, мәҙәниәтен, тарихын, шәжәрәләрегеҙҙе өйрәтеүегеҙҙе бөгөнгө сарала күреп һоҡландыҡ. Өсөнсө йүнәлеш ул – беҙҙең уҡыусыларыбыҙ, йәғни үҫмерҙәр. Улар менән дә һеҙҙә эш шул тиклем яҡшы ойошторолған. “Йәш армиясы”лар мәктәбе, тимурсылар хәрәкәте лә балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Афариндар! Шуны ла билдәләп үткем килә, мәҫәлән, башҡа яҡтарҙа алғы һыҙыҡта күпселектә ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй, ә һеҙҙә ир-егеттәрҙең әүҙемлеге күренә. Был – иҫ киткес һоҡланғыс һәм һирәк күренеш. Башҡорт халҡында айыҡ аҡыллы, сәләмәт тормош алып барған ирҙәр, һәр саҡ башланғыс ярып, алғы һыҙыҡта йөрөп, үҙ артынан ҡалғандарҙы ла эйәртергә тейеш. Шуға күрә Солтанбәк ир-егеттәренә айырыуса рәхмәт белдергем килә. Һеҙ беҙҙең өсөн өлгө булып тораһығыҙ!
Киләһе йүнәлеш – ул беҙҙең студенттар. Солтанбәк йәштәре лә бүтән төбәктәрҙә белем ала, һөнәр үҙләштерә. Уларҙы киләсәктә тыуған ауылығыҙға ҡайтарыу өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Күренекле шәхестәр, зыялыларҙың исемен мәңгеләштереү буйынса ла әүҙем эш алып бараһығыҙ.
Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде. Бик күп саралар планлаштырылды. Һеҙ уларҙа ла әүҙем булырһығыҙ, тип ышанам”, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов:
– Солтанбәктә оло йөрәкле, киң күңелле, талантлы халыҡ йәшәгәнен күрҙек. Бында ғаилә традицияларын һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Бигерәк тә йәш быуында шулай илһөйәрлек тәрбиәләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Бөгөн патриотизм төшөнсәһе беренсе урында торорға тейеш. Һеҙҙә нәҡ шулай. Беҙ быны байрамға килеү менән тәүге минуттарҙан күрҙек һәм “Йәш армиясы”ларҙың сығышын ғорурланып ҡараныҡ. Тыуған илгә һөйөү ғаиләнән, ауылдан башлана. Был йүнәлештәге эшегеҙ бик кәрәкле, һөҙөмтәле. Мин Пермь крайында ла ошондай “Айыҡ ауыл-2021” конкурсын үткәреү теләге менән дәртләнеп ҡайтам, – тип Пермь башҡорттарының Асҡын районы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен белдерҙе.
– Солтанбәктә бер нисә тапҡыр булдым һәм һәр саҡ ыңғай тәьҫораттар алып ҡайтам. Бында тарихты өйрәнгән, шәжәрәләрен белгән халыҡ йәшәй, – тип солтанбәктәргә уңыштар теләне Нурислам Ҡалмантаев.
Айыҡ тормош – йәшәү рәүеше
“Атайҙар мәктәбе” етәксеһе Данис Суфиянов “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсына ярашлы башҡарылған эштәр тураһында һөйләне:
– Ауылыбыҙ күптән айыҡ тормошҡа ынтылып, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап йәшәй. Солтанбәктәр бына инде өсөнсө йыл ошо конкурстың район этабында ҡатнаша. Беренсе йыл районда – икенсе, икенсе йыл – өсөнсө урын, ә быйыл Гран-приға лайыҡ булдыҡ! Был беҙгә тағы ла дәрт-дарман өҫтәне, этәргес булды һәм беҙ ауылыбыҙҙы күтәреү, айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалау эшенә сәмләнеберәк тотондоҡ. Был эш ауыл Советы, мәктәп, клуб, балалар баҡсаһы, мәсет һәм йәмәғәт ойошмалары менән берлектә алып барыла. Ауылда төрлө профилактик рейдтар, янғынға, яҙғы һыу баҫыуға ҡаршы саралар ойошторола. Наркомания, эскеселек буйынса аңлатыу эштәре алып барыла.
Айнып, үҙ хатаһын аңлап, башҡаса ауыҙына хәмер алмаҫҡа һүҙ биреп, тулы тормош менән йәшәүселәребеҙ ҙә бар. Бер ауылдашыбыҙ, “йәшел йылан” менән мауығып, күп кенә хаталар эшләп өлгөргән, ләкин даими һөйләшеүҙәребеҙ, аңлатыу эштәре һөҙөмтә бирҙе. Ул эскене ташлап, айыҡ тормош юлына баҫты. Йыл башында кәләш алып ҡайтып, ғаилә ҡорҙо, әле матур итеп донъя көтәләр.
Ауылдың берҙән-бер “Толпар” магазинында спиртлы эсемлектәр бөтөнләй һатылмай. Ауыл халҡы быны ҡанунлаштырып ҡуйыу өсөн район Советы депутаттарына мөрәжәғәт итте. Бының өсөн халыҡтың фекерен белеп, йыйылыш үткәрҙек, тейешле документтар тултырып ебәрҙек.
Ауылыбыҙҙа элек-электән “тимурсылар” эше лә уңышлы ойошторолоп килә. Башҡарған эштәре тураһында видеоролик төшөрөп, “Тамыр” телеканалы иғлан иткән “Ныҡ бул” конкурсында ҡатнашты һәм бәйгенең икенсе этабына уҙҙы.
Солтанбәк ауылы төрлө конкурстарҙан да ситтә ҡалмай. Октябрҙә Туймазыла Ырыуҙар йыйынында ҡатнаштыҡ. “Бәйге” милли уйындарында көс һынашып, Балыҡсы ырыуы командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды. “Умырзая” ансамбле лә – хәрәкәттә. Яңы ғына күрше Ҡашҡа, Үршиҙе ауылдарында, Тәтешле районында матур итеп сығыш яһаны. Дыуан районында үткән “Сыңрау торна” фольклор фестивалендә ҡатнашып, “Бәпес күреү” йолаһын күрһәтте.
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсының төбәк этабында Суфияновтар ғаиләһе – икенсе, шулай уҡ Тәтешле районында үткән “Күңелле ҡышҡы уйындар” фестивалендә ауылдың йыйылма командаһы икенсе урынды яуланы.
Телевизион тапшырыуҙарҙа ла ҡатнашып, төрлө мәсьәләләр, башҡарылған эштәр тураһында фекер алыша солтанбәктәр. “Атайсал” проектында быйыл барлығы 18 проект теркәлде – был инде Асҡын районында иң күп проектлы ауыл тип һанала. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, 2019 йылда алынған тракторҙы бик һөйөнөп ҡулланабыҙ.
Ауыл халҡы берҙәмлеге менән ғинуар айында үткән “Тыуғанайфест” ҡышҡы фестивалендә барыһын да һоҡландырҙы. Районыбыҙҙа иң беренселәрҙән булып “Айыҡлыҡ аллеяһы” асылды. ”Атайҙар мәктәбе”, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмалары бик әүҙем эшләп килә. Улар балаларға рухи, физик тәрбиә биреү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йолаларҙы тергеҙеү, айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалау өҫтөндә уңышлы эшләй. Төрлө матур саралар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, милли кәсептәрҙе тергеҙеү буйынса эш алып бара. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә, район һәм республика гәзиттәрендә һәр саҡ яҡтыртылып килә.
Ауыл эсендәге статистика мәғлүмәттәренә килгәндә, һуңғы йылдарҙа ауылда янғын сығыу, енәйәтселек, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләр, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияға балаларҙы иҫәпкә ҡуйыу осрағы теркәлмәне. Был бик яҡшы күрһәткес! Демографияға килгәндә, быйыл ғинуар айынан алып әлеге көнгә тиклем барлығы ете никах теркәлде. Был да бик һөйөнөслө.
Беҙ күршеләр менән дә бик татыу йәшәйбеҙ. Мәҫәлән, Балыҡсылар ярышында күрше Пермь крайынан да бәйгеселәр ҡатнашты. Шулай уҡ район-ара ярыштарҙа үҙебеҙ ҙә ҡатнашабыҙ, беҙгә лә килеп торалар. Күптән түгел Ҡариҙел районынан килгән ҡунаҡтар менән шиғриәт кисәһе үткәрҙек.
Башҡарылған эштәр – ул беҙҙең ауыл тормошоноң күрһәткесе, ләкин улар конкурс өсөн генә эшләнмәй. Был – беҙҙең йәшәйеш. Ысынлап та, уңған, берҙәм, милли асылына тоғро кешеләр йәшәй Солтанбәктә. “Айыҡ ауыл-2021” конкурсының һөҙөмтәһе ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, беҙ айыҡ, иманлы, сәләмәт тормошта йәшәйәсәкбеҙ һәм ауылыбыҙҙы үҫтереү, халҡыбыҙҙың көнитмешен яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ! Беҙ тағы ла яҡшыраҡ булдырасаҡбыҙ!” – тине Данис Валинур улы.
Лайыҡлы әсәләр төбәге
Солтанбәк ауылында биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 23 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған. Ғаилә байрамында уларҙы тәбрикләп, һәләтле, илһөйәр балалар тәрбиәләгәндәре өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
“Ныҡлы ғаилә – ил терәге” тип ата-бабаларыбыҙ белеп әйткән, сөнки йәмғиәтебеҙҙә ни тиклем әҙәпле, күркәм, бәхетле, һау-сәләмәт балалар тәрбиәләгән ныҡлы ғаиләләр булһа, илебеҙҙең бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө тигән һүҙ. Ә солтанбәктәр был йәһәттән лайыҡлы ғорурлана ала.
Байрамда 11 балалы ғаиләлә үҫеп, бөгөн барыһы ла иҫән-һау булған Шәрәфетдиновтар, тәрбиәгә бала алып үҫтергән Розалия менән Шәрифйән Факаровтар, һәр яҡлап талантлы Суфияновтар ғаиләләре үҙҙәренең шәжәрәһе, традициялары, шөғөлдәре тураһында һөйләне.
“Һеҙҙән рухи көс алып ҡайтабыҙ!”
– Әллә ошо тарихи ерҙә баҫып торғанға, һәр сығышығыҙҙы күҙ йәшенә төйөлөп ҡараным. Һәр ғаилә шул тиклем тетрәндерҙе. Һомай кеүек көлдән яралған халҡыбыҙҙың ҡеүәтен күрҙем, – тип сараның йомғаҡлау өлөшөндә тәьҫораттарын уртаҡлашты Лариса Абдуллина. – Һәр береһенең матур презентацияларын ҡарап, һоҡланып ултырҙым. Балалар менән бергә өлкәндәр ҙә сыҡты сәхнәгә. Ысынлап, бик тулҡынландырғыс булды барыһы ла. Һеҙҙән бик ҡыуанып, рухи көс алып ҡайтабыҙ. Нисек көс алмайһың, ти, был ауылдан?! Был ерҙән үткән Һөйәнтүҙ тарихын бөтәбеҙ ҙә белә. Балалар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләй, йырҙар йырлай, ҡурайҙа уйнай. Хатта 14-се быуынға тиклем шәжәрәләрен дә һөйләп күрһәттеләр. Мин һәр сығышымда әйтәм: балалар ҡатнашмаһа, сараны үткәрмәнек, тип иҫәпләргә кәрәк. Ә был сарала һеҙҙең мәктәптә лә, клубта ла балалар матур итеп ололар менән бер рәттән сығыш яһаны. Улар ошо мәғлүмәтте һеңдереп, туплап үҫә. Был бик яҡшы! Һеҙ туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, шәжәрәбеҙҙе балаларығыҙға мираҫ иткәнһегеҙ. Беҙ бөгөн балаларын Ислам диненә ярашлы үҫтергән ғаиләләрҙе күрҙек. Был ҙур мәслихәт. Халҡыбыҙҙың нуры төшкән Солтанбәк ауылында киләсәктә лә ҡеүәтле вариҫтар үҫтереп, милләтебеҙҙең үҙәге булып йәшәргә яҙһын!
Артабан һүҙ алған Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Винарис Абдуллин, Нәзилә Әхкәметдинова ла байрамдан бай тәьҫораттар алыуын, Солтанбәк ауылы ғаиләләренә һоҡланыуын белдерҙе. Халҡыбыҙ йолаларын, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлап йәшәгәндәре өсөн рәхмәт әйтеп, уңыштар теләне.
Эйе, солтанбәктәр сәләмәт һәм айыҡ тормош яҡлы. Был уларҙың ҡылыҡтарында ла, йәшәү рәүешендә лә сағыла. Төҙөк йорттар, төрлө йәштәгеләрҙең ауылда ойошторолған сараларҙа теләп ҡатнашыуы, янып йәшәүе, сабыйҙар тыуыуы, йәш ғаиләләрҙең ауылда төпләнеүе – быларҙың барыһы ла шуны асыҡ дәлилләй. Шуға күрә уларҙың “Айыҡ ауыл” республика конкурсының һуңғы этабында ла лайыҡлы урын алыуына ышаныс ҙур.
Наилә ИМАЕВА.
Асҡын районы.