Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Telegram каналындағы сәхифәһендә республика делегацияһының Үзбәкстанға сәфәренән тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Ошо көндәрҙә ҡояшлы Үзбәкстанда эшләйбеҙ. Туғандаш халыҡ беҙҙе бик йылы ҡаршыланы. Нукустағы И.В. Савицкий исемендәге Дәүләт сәнғәт музейында булып өлгөрҙөк. Рухи яҡтан бөтә милли атрибуттар ҙа башҡорт халҡына яҡын, әлбиттә.
Алда – күләмле эш программаһы, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, тәжрибә уртаҡлашыу, төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар йүнәлештәрҙә үҫеш буйынса пландар”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: t.me/agnazarov/183
Сығанаҡ: t.me/agnazarov/183