16-нан 25 майға тиклем Башҡортостандың ҡала һәм райондарында мәғрифәтселек осрашыуҙары үтә. Вуз ғалимдары, Фәндәр академияһы белгестәре 14-тән 35 йәшкә тиклемге әүҙем йәштәр менән осраша һәм илһөйәрлек ҡиммәттәре, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға арналған асыҡ лекциялар үткәрә. Сара Рәсәй “Белем” йәмғиәте эгидаһы аҫтында ойошторола.
Тәүге лекция бөгөн Нефтекама ҡалаһында үтте лә. Йәштәр менән Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары, социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов һәм төп ғилми хеҙмәткәр Азат Бердин осрашты.
Докладтар илебеҙ тарихына, уның цивилизациялы берҙәйлегенә һәм Башҡортостан халыҡтарының йәмғиәтте үҫтереүҙәге әһәмиәтенә арналды. Шулай уҡ Рәсәйҙең ғилми-техник үҫеше мәсьәләләре лә ҡаралған. Дискуссияла беҙҙең совет һәм постсовет осоро тәжрибәһен аңлау, киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәтте критик баһалау тикшерелде.
– Әлеге ваҡытта беҙҙең йәмғиәттең гуманитар йәһәттән булған иң мөһим әйбере – был уның тәжрибәһе. Беренсенән, мәҙәниәттәрҙең күп быуатлыҡ бәйләнеше тәжрибәһе. Мәғлүм булыуынса, был тәжрибә 1812 йылғы Ватан һуғышында ла, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла берҙәмлегебеҙ нигеҙенә әүерелгән. Тағы бер мөһим әйбер – беҙҙә 90-сы йылдар тәжрибәһе бар, ул саҡта йәмғиәтебеҙ тарҡалғайны. Ә был әлеге беҙҙең быуын, был тарҡаулыҡтың нимәгә килтергенен яҡшы беләбеҙ – ил тарҡалыуына. Был тәжрибә беҙгә быны кире ҡабатларға ҡамасау итәсәк, – тине Юлдаш Йосопов.
19 майҙа осрашыу Сибай ҡалаһында 14 сәғәттә, 20 майҙа Салауатта 10 сәғәттә, Стәрлетамаҡта 23 майҙа 12 сәғәттә, Күмертауҙа 25 майҙа 14 сәғәттә, Октябрьскийҙа 24 майҙа 15 сәғәттә һәм Өфөлә үтәсәк.