Башҡортостанда М-5 трассаһының бер өлөшөндә транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Аныҡлап әйткәндә, 2022 йылдың 1 июненән Шаҡша биҫтәһенә инеү һәм сығыу урынында (км1492+940) хәрәкәт ябыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта М-5 “Урал” автомобиль трассаһының төп юлынан үтеү тәьмин ителәсәк.
Ваҡытлыса сикләү М-5 “Урал” трассаһының Башҡортостандағы 1492+940-сы километрындағы транспорт айырсаһын төҙөкләндереүгә бәйле. Федераль трассаға сығыу һәм унан инеү өсөн автоһәүәҫкәрҙәр альтернатив урап үтеү юлдарынан файҙалана аласаҡ.
Эштәрҙе 2022 йылдың 30 сентябрендә тамамларға йыйыналар.
“Приуралье” идаралығы ваҡытлы уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.
Фото: "Приуралье" идаралығы.