Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2022, 15:30

Алда яуаплы осор

Белгестәр имтихан ваҡытында үҙеңде нисек тоторға кәрәклген өйрәтә

Алда яуаплы осор
Алда яуаплы осор

Бөгөндән Башҡортостанда 9-сы класты тамамлаусылар сығарылыш имтихандарын тапшыра башлай. 11 класс уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы 26 майҙа башлана.

Имтихандар сығарылыш уҡыусылары өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә һынау – улар ҙа борсола. Баланы имтихандарға нисек әҙерләргә?

Республикаға идара итеү үҙәгенең тура бәйләнешенә Башҡортостандың Мәғариф министрлығының йомғаҡлау аттестацияһы департаменты етәксеһе Айгөл Байрамғолова сыҡты. "Сәләм" тапшырыуында белгес дәүләт имтихандары буйынса күп һорауҙарға яуап бирҙе. Уларҙың иң йыш яңғырағандары:

9-сы һәм 11-се синыф уҡыусылары нисә имтихан тапшыра?

— 9 класс — 4 фән: 2 мотлаҡ һәм 2 һайлап алынған йүнәлеш буйынса,

— 11 класс — 2 мотлаҡ фән, юғары уҡыу йортона инеү өсөн кәрәкле йүнәлеш буйынса сығарылыш уҡыусыһы үҙе һайлай.

Иң мөһиме! Имтихандарҙа тыйыла:

— Телефон алып килеү, әҙер яуаптар менән ҡулланыу;

— Тәғәйенләнгән урындан күсеп ултырыу;

— Имтихан материалдарын кабинеттан сығарырға;

— Имтихан материалын фотоға төшөрөргә;

— Имтиханда ҡатнашыусылар менән һөйләшергә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр сығарылыш уҡыусыһы ауырып китһә һәм имтиханда ҡатнаша алмаһа, комиссия ҡайтанан имтихан алыу өсөн резерв көндәр тәғәйенләй.

2022 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын һәм Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һылтанмаға инеп ҡарағыҙ: https://education.bashkortostan.ru/activity/2433/

https://education.bashkortostan.ru/activity/2434/

Һәр сығарылыш уҡыусыһына уңыштар теләйбеҙ!

 

#ЦУРБашкортостан #Салям

 

Фото: komentariy.net

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в