Йәмғиәт
18 Май 2022, 18:00

Радий Хәбиров: “Үҙемде өйгә ҡайтҡандай хис иттем“

Үзбәкстандағы милләттәштәребеҙ берҙәм, башҡорт халҡы йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай, туған телен онотмай.

Радий Хәбиров: “Үҙемде өйгә ҡайтҡандай хис иттем“Радий Хәбиров: “Үҙемде өйгә ҡайтҡандай хис иттем“
Радий Хәбиров: “Үҙемде өйгә ҡайтҡандай хис иттем“

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Үзбәкстандағы башҡорт диаспораһы менән осрашыуҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Кискә ҡарай Ташкентта Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтар менән осрашҡас, үҙемде өйгә ҡайтҡандай хис иттем. Үзбәкстан – күп милләтле ил. Унда төрлө халыҡтар тыныс һәм дуҫ йәшәй.

Үзбәкстандағы башҡорт диаспораһы – бик көслө, татыу һәм Рәсәйҙән ситтә иң күп һанлы. Уңышҡа өлгәшкән был кешеләр Үзбәкстандың үҫеше өсөн бик күп эш башҡарған. Шулай ҙа иң мөһиме – улар бик берҙәм, башҡорт халҡының йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай, туған телен онотмай.

Бер нисә тиҫтә йыл элек Үзбәкстанда бындай осрашыуҙар булмай торғайны. Әммә яҡташтарыбыҙ әллә ниҙәр һораманы. Уларға башҡорт телен өйрәнеүҙә ярҙам итербеҙ. Милли кейем-һалым кәрәк, ижади коллективтар менән алмашырбыҙ, оҫталыҡ дәрестәре ойошторорбоҙ.

P.S. Күптән был тиклем фотоға төшкәнем юҡ ине.

Беҙ бергә!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_806549

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_806549

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас