Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2022, 20:30

Тормошон нисек яҡшы яҡҡа үҙгәрткән?

Хәҙер ул яратҡан эшен башҡара, конкуренттары юҡ.

Тормошон нисек яҡшы яҡҡа үҙгәрткән?
Тормошон нисек яҡшы яҡҡа үҙгәрткән?

Адреслы социаль ярҙам программаһы Башҡортостандан Евгений Ғәлиевтең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәрткән. Ул Мәләүездә һөнәри үҫеш өсөн дәүләттән финанс ярҙамы алған 18 кеше иҫәбенә ингән.

Хәҙер Евгений яратҡан эшен башҡара, унда конкуренттары юҡ, ә бизнесын киңәйтеү буйынса пландары һәм ҙур мөмкинлектәре бар.

2021 йылда Башҡортостанда социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам буйынса программаны тормошҡа ашырыуға 486,6 миллион һум бүлгәндәр. Һөҙөмтәлә 5102 социаль контракт төҙөлгән, республиканың 20 меңдән ашыу кешеһе ярҙам алған.

2022 йылда Башҡортостанда программаны финанслауға 579,6 миллион һум ҡаралған, был сумманың 486,9 миллион һумы - федераль, 92,7 миллион һумы республика бюджетынан. Планда – 5 250-нән ашыу контракт төҙөү.

Фото: Мәләүез районы хакимиәтенән алынған видеонан скриншот.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: