Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2022, 20:30

Байрас ҡырҡ көнлөк кенә әле...

Бөгөн беҙ, “Башҡортостан” гәзите журналистары, Балтас яғында булдыҡ. Район хакимиәте башлығы Илгиз Әхвәс улы Субушев урындағы мәсьәләләр тураһында һөйләне, 13-сө балалары тыуған Хәйҙәршиндар ғаиләһен ҡотланы.

Байрас ҡырҡ көнлөк кенә әле...
Байрас ҡырҡ көнлөк кенә әле...

“Хәбәрсене аяғы туйҙыра”, “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” тигән халыҡ һүҙҙәрен иҫәпкә алып, ямғыр маҙаһыҙлауына ҡарамай, беҙ, “Башҡортостан” гәзите журналистары, бөгөн Балтас тарафтарына юл тоттоҡ.

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхвәс улы Субушев үҙенең “уң ҡулдары” – социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Инзилә Ғәсимйәнова, мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Лилиә Хөсәйенова менән беҙҙе районда сәсеү барышы, көндәлек мәшәҡәттәре, һаулыҡ һаҡлау, демография һәм, әлбиттә, матбуғат таратыу мәсьәләләре менән таныштырҙы. Демография тигәндән, Балтасҡа килеп, 13-сө балаларын ҡулға алған күп балалы Альбина һәм Венер Хәйҙәршиндар ғаиләһе менән танышмау мөмкинме ни?

Бына беҙ 13 бала үҫкән хан һарайындай йортта. Илгиз Әүхәс улы әсәне һәм ҡырҡ көнлөк кенә Байрасты ҡотлап, гөлләмәләрен һәм бүләген тапшырҙы. Һылыу, алсаҡ 45 йәшлек Альбинаның уңғанлығы барыбыҙҙы һоҡландырҙы: бөтә ерҙә тәртип, донъялары көлөп тора. Йорт хужаһын ғына тап итә алманыҡ, Өфөлә эштә булып сыҡты. Балаларҙың береһе мәктәптә, береһе – түңәрәктә, береһе – студент, береһе – эштә... Бары ҡырҡ көнлөк Байрас ҡына әсәһенең ҡулында иҙрәп йоҡлай...

Был үҙенсәлекле ғаилә, Балтас уңғандары тураһында гәзиттең алдағы һандарында яҙасаҡбыҙ әле.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Байрас ҡырҡ көнлөк кенә әле...
Байрас ҡырҡ көнлөк кенә әле...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в