Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2022, 19:30

"Беҙ элеккесә әҙер!"

Бөгөн илебеҙҙең пионерҙар хәрәкәте үҙенең быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

"Беҙ элеккесә әҙер!"
"Беҙ элеккесә әҙер!"

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Бөгөн илебеҙҙең пионерҙар хәрәкәте үҙенең быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

Пионерияға һәм, дөйөм алғанда, совет осорона төрлөсә ҡарарға мөмкин, әммә мине, күп кенә тиҫтерҙәрем кеүек үк, был осор иң тәү сиратта яҡты һәм хәстәрлекһеҙ бала саҡ менән күҙ алдына килә. Был ваҡытта донъяны өйрәнәһең, барыһы ла ҡыҙыҡлы күренә. Өлкән иптәштәр муйыныңа ҡыҙыл галстук таҡҡан көндө һәр кем хәтерләйҙер. Ул ваҡытта минең күңелде ғорурлыҡ тойғоһо биләгәйне.

Ғөмүмән, пионерия СССР-ҙың төп билдәләренең береһенә әйләнде. Улар һөҙөмтәһендә балаларҙа бер-береңә ярҙам итеү, хеҙмәт һөйөү, илһөйәрлек принциптары тәрбиәләнде. Ил тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балалар спорт һәм ижади түңәрәктәрҙә әүҙем шөғөлләнде, макулатура, металл һыныҡтары йыйҙы, походтарға барҙы, өлкән йәштәгеләргә ярҙам итте. Былар берләштерҙе һәм онотоп булмаҫлыҡ хәтирәләр бүләк итте. Бүләкләү сифатындағы “Артек”ка йәки “Орленок”ка барыу ҙур хыял ине.

Бындай пионерия юҡ инде, әммә йолалар йәшәй: күп ирекмәнлек, мәктәп, студент ойошмалары балаларыбыҙҙы бергә туплауҙы, һәләттәрен үҫтереүҙе дауам итә. Ә көс-дәртең ташып торғанда, хыялдар булғанда, тотош донъяны алмаштырырға ашыҡҡанда был бик мөһим. Заманса ойошмалар нигеҙендә әле лә скауттар, пионер системалары бар. Президентыбыҙ Владимир Путиндың үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү буйынса эште яҡшыртыу мотлаҡ тиеүен хуплайым. Был пионер түгел, ә икенсе структура булһын, иң мөһиме – Тыуған ил, йәмғиәт именлегенә эшләһен, балаларыбыҙға үҫергә, ысын илһөйәр булырға булышлыҡ итһен. Ә беҙ элеккесә әҙер!”

Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: