Өйҙә бала бағып ултырыу рәхәтме? Тәүге ҡарамаҡҡа, әлбиттә, рәхәт һәм уңайлы кеүек: сабыйың эргәңдә, теләгән саҡта ятаһың, тораһың, тигәндәй. Мәгәр, бөтәһенә лә улай тойолмай.
Мәҫәлән, билдәле йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә түбәндәге яҙма ҡалдырған һәм гел генә өйҙә тороу һәм көндәлек мәшәҡәттәр менән булыу уға ауыр, тип белдергән.
– Ысын, был тамуҡҡа тиң: өсөнсө көн өйҙә ултырам. Вильдан эшләй. Көндәлек ығы-зығы шул тиклем туйҙырҙы. Иҙән, һауыт-һаба йыуыуҙы, түшәктәрҙе алмаштырыуҙы күрә алмайым. Бигерәк тә биш минут һайын иҙән йыуыу йонсота – Динә туҙҙырып тик тора. Тамуҡ! Һәр саҡ өйҙә ултырған ҡыҙҙар, ҡатындар, һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм! - тип белдерә Асаева.
Йырсы тиҙҙән был хәл мотлаҡ үҙгәрәсәк тип билдәләй, әммә әлегә ул “аҡылдан яҙам” тип борсола. Гөлназға сабырлыҡ һәм әсә булыуҙың бар изгелеген, матурлығын тойоп ҡалыуын теләйбеҙ.
Фото: s16.stc.yc.kpcdn.net